Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Апрель 2019, 16:48

Һаҡ булығыҙ, химия!

Химик сараларҙан башҡа көндәлек тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай. Әммә уларҙың барыһы ла һаулыҡҡа зыянһыҙ түгел. Шуға ла химик саралар һатып алғанда һауыт тышындағы яҙыуҙы яҡшылап уҡырға кәрәк.

Пластикта бисфенол А (БФА) бар. Ул пластик шешә, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба, уйынсыҡтар, төҙөлөш материалдарында осрай. Һауыт-һабала булғанда бигерәк тә ҡурҡыныс.

Сөнки ҡайнар ризыҡ һалғанда бүленеп сығып организмға эләгергә, йыйылып килеп, балаһыҙлыҡҡа, яман шешкә, һимереүгә, шәкәр ауырыуына килтерергә мөмкин. Шуға ла составында БФА булған һауыттарҙан һакланыу зарур.

Ауыҙ эсен сайҡата торған сараларҙың ҡайһы берҙәрендә триклозан бар. Ғалимдар ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың күкрәгендә яман шеш ауырыуы килтереп сығара, ирҙәрҙең сперматозоидтарын зәғифләй, тип белдерә. Әлбиттә, уның өсөн ағыулы матдә организмға күп күләмдә керергә тейеш. Ауыҙ эсен сайҡата торған шыйыҡлыҡтарҙа ул рөхсәт ителгән миҡдарҙа була.

Көндәлек тормошта ҡулла­ныла торған таҙартыу сараларында – кер порошогы, һавыт-һаба йыуа торған шыйыҡсала актив матдәләр бар. Улар аллергия килтереп сығарырға, бөер, бауыр, үпкәгә зыян һалырға һәләтле.

Ундай сараларҙың ҡайһы берҙәренә нишатырь спирты ҡушалар. Ул тәҙрә таҙарта торған һиптергестәрҙә лә бар.

Хлорлы саралар менән ҡушылғанда хлорамин газ бүлеп сығара, астма өйәнәге хасил итергә лә мөмкин. Нишатырь спирты һулыш юлдары һәм күҙҙең лайлалы тышсаһын зарарлай, йәғни яндыра, башты ауырттыра.
Читайте нас: