Дим буйҙары
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Апрель 2019, 15:58

Апрелдә баҡса эштәре

Быға тиклем өлгөрмәй ҡалғандар апрелдең уртаһында ла емеш ағастары һәм ҡыуаҡтарҙың олондарын ҡырҡа, шыттырыу өсөн картуфты йылыраҡ урынға сығара ала. Әле ағастарға прививкалар эшләү, ҡоротҡостар­ҙан һаҡлау сараларын индереү өсөн дә уңайлы ваҡыт.

ҡырауҙан ҡурҡмаған бер йыллыҡ үҫентеләрҙе асыҡ түтәлдәргә сәсергә мөмкин. Был ваҡытта үрсетмә өсөн сәскәләр ҙә сәселә. Апрель урталарында кәбеҫтәнең уртаса өлгөргән сорттарын үрсетмәгә ултырталар.

Апрелдә декоратив үҫемлектәрҙе ҡаплап торған ҡорамалдарҙы аса башлайҙар.

Ошо ваҡытта үрсетмәләр буйға әүҙем үҫеп китә, шуға ла уларға йүнәлтелгән ут, ҡояш нурҙарын арттырыу сараһын күрергә кәрәк.

Үрсетмәләр­ҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлау са­раларын күреү талап ителә. Шулай уҡ уларҙы сыныҡтырыу эштәре ла апрелдә башҡарыла.

Түтәлдәрҙе клеенка менән ҡаплаһаң, унда сүп үләндәре рәхәтләнеп, шәп үҫәсәк. Был бик һәйбәт, сөнки, йәшелсәләрҙе ултыртҡан ваҡытта сүп үләндәрен утау мөмкинлеге асыла. Бынан тыш, ҡаплан­ған тупраҡта дым да һәйбәт һаҡлана.

ҡаты ҡорт менән зарарланған урындарҙы эшкәртә башлауға һуңлап ҡуймағыҙ. Артыҡ үрсеп китмәһендәр.

Апрель уртаһында баҡсалағы емеш ағастарын ашлай­ҙар, прививкалайҙар.

Ер еләге түтәлдәрендә ҡар тотоу өсөн ҡуйылған ҡорамалдарҙы алып ташларға ваҡыт етте. Был мәл түтәлдәр­ҙе йомшартыу, былтырҙан ҡалған япраҡтарҙан таҙартыу өсөн дә ҡулай.

Апрель аҙағында асыҡ түтәлдәргә кишер, петрушка, әнис, салат, редис, орлоҡ һуғаны сәсергә ваҡыт етә.

Был айҙа ҡарағат менән крыжовниктың тамырҙарын ҡарап, улар артыҡ йәйелеп китмәһен өсөн саралар күрелә.

Ер саҡ ҡына кибә башлау менән дымды һаҡлау маҡсатында тупраҡты йомшартырға, ҡапларға кәрәк.

Апрелдә ағастар һәм ҡыуаҡтар өсөн үрсетмәләр ултыртып өлгөрәләр.

Халыҡ һынамыштары буйынса, үгәй инә үләне сәскә атҡандан һуң 32 көн үткәс алмағастар сәскә ата. 29 көндән һуң армыт, сейә һәм слива сәскәгә күмелә.

Башҡортостанда ҡырауһыҙ яҙ булмай тиерлек. Шуға ла баҡсаны һыуыҡтан имен-аман сығарыу сараһын күрергә кәрәк. Бының өсөн сабылған үлән, сүп-сар ҙа ҡулланыла, шуға ла уларҙы яндырмай тороғоҙ.
Читайте нас: