Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Май 2019, 21:13

“Сысҡан сире” аяуһыҙ

Йылы көндәрҙе халыҡ һағынып көтөп ала: оҙон ҡыштан һуң иркенләп донъя-баҡса мәшәҡәттәрен теүәлләргә, тәбиғәт ҡосағында ял итергә мөмкин. Әммә ҡояшлы көндәрҙең йәмен күңелһеҙ сәбәптәр боҙоуы ихтимал.

Миҫал итеп бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте — тәбиғи сығанаҡлы йоғошло ауырыуҙы ғына алайыҡ. Уны йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата.

Ғәҙәттә, ауырыу һауа йә туҙан аша йоға – бының өсөн вируслы һауаны һулау ҙа етә. Шулай уҡ өҫтөндә кимереүселәр йөрөгән ризыҡты ашағанда, бысраҡ ҡулдар менән тамаҡ туйҙырғанда ла биҙгәк эләктереүең ихтимал. Шуға күрә ҡырҙа йөрөгәндә лә, йорт ҡаралтыларында эшләгәндә лә һаҡ булырға кәрәк. Сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай.

Тәүге стадияла сир үҙен белдермәй. Инкубация осоро 7–46 тәүлек булыуы ихтимал. Тән температураһы ныҡ күтә­релә, ҡалтырата, баш ауырта. Хәлһеҙлек тойола, ауыҙ кибә. Тире ҡыҙарыуы күҙгә ташлана, ҡайһы саҡта геморрагик таптар сығыуы бар. Бәғзеләр күҙҙәренең насар күреүенә зарлана, ҡараш алдында томан барлыҡҡа килә. Төп билдә – бил эргәһендәге көслө ауыртыу. Сирленең эсе ауыртыуы, ҡоҫоуы ихтимал. Бөйөрҙәргә зыян килеүе лә күҙгә ташлана: сирле шешенә, бәүел аҙ бүленә. Шуға күрә сирҙең тәүге билдәләрен тойғас та, дауаханаға мөрәжәғәт итеү мөһим. Терапия мотлаҡ инфекция бүлегендә йәки махсус дауаханала үткәрелергә тейеш.

Геморрагик биҙгәккә ҡаршы вакцина йәки иммуноглобулин юҡ. Уны тик санитария ҡағиҙә­ләрен үтәп кенә иҫкәртеп була. Вирус йөрөткән кимереүселәр урман-яланда бик күп, шуға күрә тәбиғәт ҡосағына ял итергә барғанда аҙыҡ-түлек һалынған һауыттарҙы ныҡлап ябырға, полиэтилен ҡаптарға көпләп һалырға кәрәк.

Кимереүселәр йөрөгән келәт­тәрҙә аҙыҡ-түлек һаҡлау, уларҙы ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Ҡул­дарҙы иһә һәр саҡ һабынлап, ентекләп йыуырға кәрәк.

“Сысҡан биҙгәге” вирусы юғары температуранан һәм ультрафиолет нурҙарҙан ҡурҡа, шуға ла аҙыҡ-түлекте яҡшы итеп бешергәндә ундағы вирустар юҡҡа сыға.
Читайте нас: