Дим буйҙары
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Май 2019, 10:46

Ашағаның аш булһын!

Йәй теге йәки был ризыҡтан ағыуланыу осраҡтары йыш күҙәтелә. Саҡ ҡына оҙағыраҡ, йә ҡояшта ятҡан аҙыҡты ҡаптыңмы, ауырығаныңды, эс китеүен көт тә тор!

Һандарға күҙ һалһаҡ, йыл һайын әллә күпме кешенең ризыҡтан ағыуланыуын күрәбеҙ. Йыл һайын Рәсәйҙә генә 600 мең кешенең аҙыҡтан ағыуланыуы билдәле. Ә теркәлмәгәндәре күпме?! Түбәндә һеҙгә хәүефле аҙыҡтар рейтингын тәҡдим итәбеҙ.

1. Ит, ит ҡушып әҙерләнгән ризыҡтар, колбаса. Итте насар эшкәртеү һәм дөрөҫ һаҡламау унда ағыулы матдәләр бүленеп сығыуға булышлыҡ итә. Ул сальмонеллез тип атала. Ағыуланыуҙың билдәләре: ҡалтырата, температура күтәрелә, эс ауырта, эс китә, ҡоҫтора. Шулай уҡ ярымфабрикаттарҙа стафилококтар йыш осрай.

2. Балыҡ. Аллергия тыуҙырыу­сы гистаминдарға бай. Ашағандан һуң оҙаҡ та үтмәй, тәндә күперткеләр хасил була, тире ҡыҙара, бит шешә, баш әйләнә, ҡоҫтора, эс китә. Реакция бер нисә сәғәттән һуң үтә. Йылға балығы паразиттарға бай булып, описторхоз менән зарарланырға мөмкин. Был осраҡта бауыр ҙурая.

3. Тауыҡ йомортҡалары. Сей, бешмәгән йомортҡаларҙың стафилококк «ояһы» булыуы ихтимал. Микробтар аҙыҡ-түлеккә эренле ауырыуҙарҙан йонсоған кешеләр аша ла йоға. Билдәләре: эстең өҫкө өлөшө ауырта, ҡоҫтора.

4. Һатыуҙағы салаттар. Айырыуса составында йомортҡа һәм картуф булған салаттар хәүефле. Уға ҡушылған майонездан да ағыуланырға мөмкин.

5. Һөт һәм һөт ризыҡтары. Стафилококтарға һәм сальмонеллезға бай булыуы менән ҡурҡыныс.

6. Крем яғылған пирожныйҙар. Стафилококк күп була.

7. Бәшмәктәр. Йыш ҡына ашарға яраҡһыҙ йә юл ситендә үҫкән бәшмәктәрҙән ағыуланалар. Ағыуланыу­ҙың ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе мөмкин, мәҫәлән, бауыр, бөйөр эшлектән сыға. Ашарға ярамаған бәшмәктәрҙең токсиндары нервы системаһын ҡаҡшата, интоксикацияға килтерә. Тупраҡ аша бәшмәккә ботулизм кеүек һирәк осраған, әммә бик ҡурҡыныс токсинлы инфекция эләгеүе лә бар. Ул үҙе хаҡында бары тик консерваланған ризыҡ аша ғына белдерә. Шуға күрә үҙең эшләгән консерваларҙан да һаҡ булырға кәрәк.

8. Диңгеҙ аҙыҡтары. Сакси­токсиндар аша ағыулай. Ғәҙәттә, ашағандан һуң бер сәғәт үткәс, баш әйләнә башлай, хәл бөтә, быуындар тотмай. Киҫкен осраҡтарҙа тын алыу ауырлаша. Был билдәләр бигүк оҙаҡҡа һуҙылмаһа ла, хәлһеҙлектең бер нисә аҙнаға һуҙылыуы ихтимал.

9. Консерваланған йәшелсәләр. Ботулизм менән янай.

10. Картуф. Йәшел төҫкә инеп барған, шытҡан картуфты ашауҙан тыйылығыҙ. Ағыуланған саҡта ҡоҫтора, эс китә. Ауырыу организм тулыһынса таҙармайынса үтмәй. Шуға күрә сирҙең аҙнанан ашыуға һуҙылыуы ихтимал.

"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: