Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Май 2019, 14:56

Ҡөрьән “уҡыусы” ручка

Кешелектең йыһанға осоу тарихында НАСА инженерҙары теге йәки был көтөлмәгән хәлдән сығыуҙың байтаҡ ҡына сараларын уйлап тапҡандар.

Ләкин орбитала ҡасан һәм нисек намаҙ уҡырға тигән һорау бик еңүелдән булмай. 2007 йылда Малайзияның тәүге астронавты Шәйех Мозафар Шөкөр космосҡа осорға әҙерләнгәндә илдең космос агентлығы мөрәжәғәте буйынса 150 мосолман ғалимы “Халыҡ-ара космик станцияла намаҙ уҡыу ҡағиҙәләре”н эшләй. Ғалимдар эшләгән ҡағиҙәләрҙә асронавт Шөкөргә бер тәүлек, йәғни 24 сәғәт эсендә биш ваҡыт намаҙ уҡыу билдәләнә, ә станцияның Ер тирәләй бер тапҡыр әйләнеп сыҡҡандан һуң түгел. Әлбиттә, космоста ҡибланы билдәләү иң ауыры була. Ғалимдар был мәсьәләлә астронавҡа айырыуса иғтибарлы булырға ҡуша...

Техника яңылыҡтары алға киткән илдә йәшәйбеҙ. Ниҙәр генә уйлап тапмайҙар... Һиндостандың Кашмир ҡалаһында йәшәүсе Фируз Хан исемле эшҡыуар-технократ Ҡөрьән Кәрим аяттарын "белеүсе һәм ҡысҡырып уҡыусы" юғары технологиялы ручка уйлап тапҡан. Был компьютерлаштырылған ручканы махсус рәүештә кодлаштырылған Көрьәндең биттәренә яҡын килтереп, изге Китаптың аяттарының ғәрәпсә дөрөҫ әйтелешен һәм тәржемәһен ишетергә мөмкин. Ручка тексты уҡый торған сенсор менән йыһазландырылған.

Уның ярҙамында Ҡөрьәнде уҡырға һәм йөкмәткеһенә төшөнөргә мөмкин. Күптәр ғәрәпсә уҡый, ләкин аяттарҙың мәғәнәһен белмәй. Шуға күрә Ҡөрьән 25 телгә тәржемә ителгән. Уны бик күп милләттәштәребеҙ бүләккә биреү өсөн һорап ала икән. Сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәшләребеҙ ҙә беҙҙең телгә тәржемә ителгән вариантты һорайҙар икән.

Интернеттан алынды.
Читайте нас: