Дим буйҙары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Май 2019, 13:45

Люпин баҫыуҙары арта

Беҙ башлыса люпинды баҡсаларҙы, ихаталарҙы йәмләп ултырған сәскә булараҡ беләбеҙ.

Һуңғы йылдарҙа уны баҫыуҙарҙа күпләп үҫтереүселәр бар, малсылыҡ өсөн файҙаһы хаҡында йыш һөйләйҙәр. Тап шуға ла Башҡортостанда люпин сәсеүлектәре арта.

Люпин соя кеүек үк аҡһымға бай. Сояны кешелек бынан 3,5 мең йыл элек үк эшкәртә башлаһа, люпинды борондан аҙыҡҡа ҡулланһаҡ та, күпләп үҫтереүгә ни бары 30 йыл самаһы. Хәҙер йыл һайын люпин баҫыуҙары ике тапҡырға тиерлек арта. Был аңлашыла: малсылыҡты үҫтереү өсөн тап ошондай аҡһымға бай файҙалы аҙыҡ кәрәк.

Люпин бер гектар ерҙе уртаса 150 – 180 килгограмм азот менән туҡландыра. Ә был иһә 36 – 40 тонна тиреҫ тигән һүҙ. Шуға ла уны “биологик азот етештереүсе завод” тип баһалайҙар.

Люпин асы тупраҡты үҙ итә. Ҡышҡы һалҡынға бирешмәүе, бер урында 8 – 10 йыл үҫеүе менән дә отошло. Тиҙ өлгөреүсән һәм әрһеҙ үҫемлек төньяҡ райондарҙа ла мул уңыш бирә. Күп япраҡлы культура тәүге йылдарҙа әкренерәк үҫһә, һуңынан тиҙ өлгөрөүе менән дә файҙалы.
Читайте нас: