Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Июнь 2019, 22:33

Яҡшы уйҙар менән йәшәгеҙ

Бәхеттең 90 проценты сәләмәтлеккә бәйле.

“Ҡулыңды йыу”, “ете сәғәттән дә кәм йоҡлама”, “тәмәке тартма”, “араҡы зыянлы”, “көн дә зарядка яһа” тигән кәңәштәрҙе барыбыҙ ҙа яттан беләбеҙ. Әммә бөтә кеше лә ишетмәгән йәки иғтибар бирмәгәндәре лә байтаҡ. Бәхеттең 30 проценты һаулығыбыҙҙың нисек булыуына бәйле. Күпме байлыҡ йыйырға, аҡса тупларға ҡулығыҙҙан килһә лә, сәләмәт­легегеҙҙе юғалтҡан хәлдә үҙегеҙҙә һис тә ҡәнәғәтлек тоймаясаҡ­һығыҙ. Һеҙҙең иғтибарығыҙға тәү ҡарамаҡҡа “ваҡ-төйәк” кеүек кү­рен­һә лә, ғәмәлдә һаулыҡ өсөн үтә мөһим кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.

Сүкәйеп ултырыу ҡан йөрөшөн боҙа

Сүкәйеп ултырғанда ҡан тамырҙары ҡыҫыла. Аяҡтарҙың бөгөлөү мөйөшө 90 градустан кәм булмаҫҡа тейеш. Кире осраҡта ҡан системаһы менән бәйле варикоз, тромбоз һәм башҡа сирҙәргә юл асылыуы мөмкин.

Ҡайнар аш сәләмәтлекте эстән бөтөрә

Ҡайнар аҙыҡ микробтарға ҡаршы көрәшә, әммә уның файҙалы бактерия­ларҙы ла юҡҡа сығарыуы ихтимал. Кеше организмының эске ағзалары үтә йомшаҡ, нескә, хатта ҡайнар аш-һыуҙың да зарар килтереүе мөмкин. Айырыуса ҡалҡан биҙе кире тәьҫирҙәргә үтә һиҙгер. 43 градус эҫелеккә кеше организмының сыҙай алмауын барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәрҙең дә ҡайнарлығы Цельсий буйынса 45 градустан артмаҫҡа тейеш.

Ҡояшта ярты сәғәттән дә артыҡ ҡыҙынмаҫҡа

Ә ни өсөн һеҙ көнө буйы ҡайнар ҡояш нурҙары аҫтында ятырға булдығыҙ әле? Тән тиреһе төнө буйлап һыҙлап маҙалаһын өсөнмө? Ғөмүмән, ҡояшта ҡыҙыныр алдынан Е витамины ҡабул итергә кәңәш бирәбеҙ, сөнки тире ультрафиолет тәьҫирендә тиҙ ҡартая. Ышанмаһағыҙ, ҡолаҡ артындағы тире менән сағыштырығыҙ, ҡояшҡа йыш күренмәгәнлектән, ул кәм тигәндә 10 —15 йылға “йәшерәк”.

Сәсегеҙҙе үтә ҡыҫҡа ҡырҡтырмағыҙ

Тәбиғәт беҙгә башты һаҡлау өсөн ебәктәй, ҡуйы сәс бүләк иткән. Йәйен ул беҙҙе ҡояш нурҙарынан, ҡышын һалҡындан һаҡларға тырыша. Шуға күрә сәсте үтә ҡыҫҡа ҡырҡтырыу йәки таҡыр баш йөрөү һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына түгел.

Бер һыуҙы ике тапҡыр ҡайнатмағыҙ

Һыу ҡайнатҡанда үҙенсәлектәрен юғалта, шуға күрә оҙағыраҡ ҡайнатҡан һайын организмға зыяны күберәк, ти белгестәр. Көнөнә ике литрҙан күберәк һыу эсеү шулай уҡ сәләмәтлеккә зарар килтереүе, файҙалы матдәләрҙе йыуып сығарыуы ихтимал.

Асыуланғанда ла сама бел

Насар кәйеф иммунитетты ҡаҡшата, шуға күрә башҡаларға теймәгән сирҙәрҙе лә еңел йоҡтороуығыҙ мөмкин. Ә асыу организмда көсөргәнеш тыуҙыра һәм йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә кире тәьҫир итә. Яҡшы уйҙар менән йәшәгеҙ. Үҙегеҙгә лә, башҡаларға еңелерәк булыр. Ниндәйҙер мәсьәлә килеп тыуған икән, кисекмәҫтән хәл итегеҙ, ни тиклем иртәрәк — шул тиклем яҡшыраҡ. Асыу, ярһыу кешене тиҙерәк ҡартайта, уҫаллыҡтың бер кемде лә йәмләмәүе билдәле.

Сәтләүек ғүмерҙе оҙайта

Мөмкин булһа, көн дә сәтләүек ашағыҙ. Унда организмдың ҡартайыу барышын яйлатҡан Е витамины бар. Иң файҙалыһы — грек сәтләүеге. Тик уны көнөнә 100 грамдан да күберәк ашарға ярамай. Көнбағыш сиртеү ҙә файҙалы, әммә уның тештәрегеҙҙе боҙоуы ихтимал. Иң яҡшыһы — көнбағыш орлоҡтарын ҡул менән таҙартыу.

Газ плитәләре хәүефле

Газ плитәһенә ҡарағанда электр плитәләре хәүефһеҙерәк тә, таҙараҡ та. Газ янғанда тулыһынса юҡҡа сыҡмай, ә яйлап ултыра, ҡоромға әүерелә. Ошо бысраҡ матдәнең үпкәгә эләгеүе лә мөмкин. Өҫтәүенә уның шартлау ҡурҡынысы барлығын да онотмайыҡ.

Көн дә йыуыныу насармы ни?

Көн дә һабын менән йыуынырға ғәҙәтләнмәгеҙ, сөнки тәнде төрлө йоғошло сирҙәрҙән һәм ваҡытынан иртә ҡартайыуҙан һаҡлаған май ҡатламын йыуып төшөрәбеҙ. Аҙнаһына һабын менән бер-ике тапҡыр йыуынһағыҙ ҙа ярай, ҡалған көндәрҙә сайынып алһағыҙ ҙа етә.
Читайте нас: