Помидорҙы яҡты урынға ултырталар. Араларын тығыҙ итмәгеҙ.
Помидор төбөндәге тупраҡ юғары дымлылылыҡта булырга тейеш – 85 %-тан да кәм булмаһын. Ә һауа дымлылығы 50-60 % булһа яҡшыраҡ. Помидорҙы аҙнаға бер, әммә һеңдерерлек итеп һуғарыу етә.
Һыуһыл помидор яратаһығыҙ икән, сәскә атҡанда марганцовка төнәтмәһе һибәләр (10 л һыуға 2-3 гр)
+23...+24 градустағы һыу һибегеҙ. Һыу йылынғанда уға аҙыраҡ серемә йәки яшел үләндәр һалһағыҙ ҙа файҙаға.
5. Ашлама индереү хәйләһе
Помидор тумалана башлағансы ашлайҙар. Азотлы ашлама был процесты туҡтата. Помидор формалашып бөткәс иһә, ашлама файҙаға ғына. Аҙнаһына бер тапҡыр йодлы һыу һибеү ҙә ҡамасауламай (1 биҙрә һыуға 4 тамсы йод). Был уларға тиҙерәк өлгөрөргә һәм эре булырға ярҙам итә.
Татлыраҡ булһын өсөн уңыш бирә башлағанда тоҙ һәм көл һыуы һибәләр (10 л һыуға 1 ҡалаҡ тоҙ һәм 1 стакан көл). Нормаһы – бер төпкә ярты литр.
Һабағында өлгөргән помидор тәмлерәк була.