Дим буйҙары
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Июнь 2019, 09:36
Кейенә белегеҙ
Хоҙай беҙҙең барыбыҙҙы ла төрлө итеп яратҡан: ҡайһыбыҙҙыр ҡыҫҡа буйлы, кемдер оҙон, беребеҙ артыҡ ябыҡ булһа, икенсебеҙ тулы кәүҙәле... Шулай ҙа барыбыҙҙың да теләге бер – матур күренге килә! Дөрөҫ кейенә белеүҙең ҡайһы бер нескәлектәренә төшөнһәк, был һис тә ауыр булмаҫ.
Бик оҙон буйлы ҡатын-ҡыҙҙарға тоташ тегелгән, ҡайышһыҙ, билбауһыҙ күлдәктәр кейеү кәрәкмәй, сөнки улар кәүҙәне тағын да оҙонораҡ күрһәтә. Шулай уҡ асыҡ иҙеүле кейем һәм бик нескә үксәле туфли кәңәш ителмәй. Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк: эшләпәнең ситтәре күтәрелеп торғаны – кәүҙәне озҙонайтып, ә ситтәре аҫҡа төшөп торғаны ҡыҫҡартып күрһәтә.
Бик ябыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҡараңғы төҫтәге кейемдәрҙән баш тартһын, юғиһә тағын да ябығыраҡ күренерҙәр. Ә бына яҡты төҫтәр – нәҡ улар өсөн!
Тулы кәүҙәле ҡатын-ҡыҙҙар кейем мәсьәләһендә айырыуса иғтибарлы булырға тейеш. Уларға сағыу булмаған шыма туҡыманан тегелгән күлдәктәр килешә төшә. Һылашып тормаған, трапеция формаһындағы кейем дә матур күренер. Ауыр, бәйләм туҡымаларҙан күлдәктәр уларға килешеп бөтмәҫ, сөнки, кәүҙәгә һылашып, кескәй генә етешһеҙлектәрҙе лә күрһәтер.
Ҡыҫҡа буйлы, тулы ҡатын-ҡыҙҙарға бик тар һәм шулай уҡ бөрмәле итәктәр килешмәҫ. Уларҙа тар ғына яҡалы, вертикаль һыҙыҡтары булған кейемдәр матур күренер.
Бик ҡыҫҡа буйлы ҡатын-ҡыҙҙарға горизанталь һыҙыҡлы, сыбар, шаҡмаҡлы рәсемле кейемдәр кәңәш ителмәй. Иҙәнгә тиклем төшөп торған итәк, ҡыҫҡа салбар һәм ҡыҫҡа топик та бөтөнләй килешмәҫ. Онотмағыҙ, ялтырауыҡ кейемдәр кәүҙәне тулы һәм тағын да ҡыҫҡараҡ күрһәтә. Ҡыҫҡа буйҙы тәрән иҙеүле күлдәк “оҙонайтыр”, төймәләр бик тә килешер. Миниатюр ҡатын-ҡыҙҙарҙың гардеробында бейек билле күлдәктәр, ян-яҡтан йәиһә арттан асыҡ итәктәр, һылашып торған салбарҙар һәм джинсылар булырға тейеш. Ҙур сумкалар, киң билбауҙар, ауыр алҡалар улар өсөн түгел.
Иҫтә тотоғоҙ:
* Ҡыҫҡа итәк йәш һәм зифа буйлы ҡатын-ҡыҙҙарға ғына килешә.
* Ябыҡ ҡулдарға киң еңдәр килешмәҫ, улар тағын да нескәрәк күренер.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"