Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июль 2019, 21:29

Рәсәй халҡы ҡайһы ризыҡты аҡса йәлләмәй генә ала?

Беҙҙең ил кешеләре экономияларға ярата. Яратмаҫ ине лә, мәжбүр ҡала шул. Әллә аҡса тота белмәйбеҙ, әллә финанс яҡтан белемһеҙбеҙ, әллә?..

Ә бына бер ризыҡты һис тә экономияламай ғына алабыҙ икән дә. Икмәкме? Итме? Эсемлек түгелдер ҙә?

Яуапҡа аптырарһығыҙҙыр ҙа әле. Әммә был - факт.

Рәсәйҙәр аҡсаһы бик әҙ генә булһа ла туңдырманы алыуҙан туҡтамай, имеш. Морожныйҙы, йәғни. Белгестәр тикшергән быны.

Rate&Goods сервисы (интернетта тауар эҙләү һәм алыу) белгестәре билдәләүенсә, башҡа төрлө тауарға аҡсаны "ҡыҫҡан" хәлдә лә Рәсәй халҡы туңдырманы даими ала. Ил буйынса шундай хәл күҙәтелә икән. Хет һыуыҡ төбәктәрҙә булһын, хет көньяҡта.

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, халыҡтың 56 проценты морожныйҙы аҙнаһына бер тапҡыр ала, 21,9 проценты аҙнаһына - ике, 8,5 проценты - өс, дүрт проценты ун һәм унан да күберәк (!) һатып алып ашай.

Нимәһе ҡыҙыҡ: был тәмлекәсте ҡатын-ҡыҙҙар күберәк һатып ала, ти. Үҙҙәренә түгелдер инде, әсә кеше үҙе ашамаһа ашамай, балаһына бит бөтә нәмә.

Тикшереүҙәр майҙан июнгәсә 235 мең чекты анализлау нигеҙендә башҡарылған.

Тимәк, туңдырма бөтмәһә, беҙ йәшәйбеҙ әле?!...
Читайте нас: