Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июль 2019, 14:13

Замана мифтары

Ғүмер дауамында ғаилә бәхете барометры бер тәңгәлдә генә тирбәлмәй. Кисә генә мөхәббәт тантана итһә, бөгөн күңелде бер-береңә ҡарата нәфрәт тойғоһо, асыу, битарафлыҡ һәм айырылшыу теләге биләй.

Ни өсөн ялҡынлы хистәр бик тиҙ һүрелә. Әйҙәгеҙ, йәштәр араһында таралған имеш-мимештәргә иғтибар итәйек.

Икенсегә ҡоролған никах ныҡлыраҡ була

Был миф кеше тәүге никах осоронда ярайһы тормош тәжрибәһе тупларға өлгөрә, тигән күҙаллауға нигеҙләнә. Әммә икенсегә өйләнешкәндәр араһында айырылышыуҙар тәүгеһенә ҡарағанда ла күберәк булып сыға. Был хәл күптәрҙең икенсе партнерының тәүгеһенә оҡшағанлығы менән аңлатыла. Сөнки, психологтар фекеренсә, йыш осраҡта беҙ үҙебеҙгә бер үк төрлө кешеләрҙе ылыҡтырабыҙ. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә, һайлаған кешебеҙҙә бер үк сифаттарҙы, һыҙаттарҙы эҙләйбеҙ.

Яңғыҙлыҡ һаулыҡҡа насар йоғонто яһай

Тикшереүселәрйыш ҡына яңғыҙлыҡтың һаулыҡҡа насар йоғонто яһауы хаҡында фекер йөрөтә. Бәлки был яңғыҙҙарҙың үҙ һаулығына ҡарата битараф булыуы менән аңлатыла торғандыр. Ғәҙәттә, яңғыҙҙар ғаиләлеләргә ҡарағанда күберәк спиртлы эсемлектәр эсә, дөрөҫ туҡланмай һәм артыҡ күп ваҡытты эшкә бүлә.

Яңғыҙаҡ ирҙәр өйләнгәндәренә ҡарағанда әҙерәк ғүмер кисерә, ә яңғыҙҡатындар, киреһенсә, балдаҡ кейгән әхирәттәренән оҙағыраҡ йәшәй. Бының сәбәбе аныҡ: яңғыҙ ирҙәр күп эсә, дөрөҫ туҡланмай һәм тотороҡло енси тормош алып бармай. Ә бына ҡатындарҙың ирҙәре булмауы уларҙы ауыр йөктән ҡотҡара. Тик үҙҙәре өсөн генә йәшәп өйрәнгән ҡатындарға үҙенең өҫ-башын ҡарарға, һаулығын ҡайғыртырға ваҡыт та күберәк ҡала.

Никахҡа тиклем бергә йәшәү - айырылышыу осраҡтарын кәметә

Ысынында, был осраҡта айырылышыуҙар уғата күберәк. Дөрөҫөрәге, никахһыҙ килеш уртаҡ тормош алып барыусыларҙың ҡасан да булһа яҙылышыуҙары икеле. Ғәҙәттә, иртәме-һуңмы бындай парҙар төрлөһө төрлө яҡҡа таралыусан. Психологтар икенсе яртымды яҡшыраҡ беләйем тип, өйләнешеүҙе дүрт йылдан да артыҡ һуҙырға ҡушмай. Әҙәм балаһы өсөн тотороҡлолоҡ хас түгел. Йылдар үтеү менән иптәшеңдең дә, һинең дә холҡоң бер тапҡыр ғына үҙгәрмәйәсәк. Уңышлы өйләнешеү өсөн ваҡыт дауамы талап ителмәй, бары тик ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу теләге генә булһын! Никахһыҙ йәшәүҙе дин дә ҡәтғи тыя!

Күбеһенсә ирҙәр өйҙән китә

Элегерәк, бәлки, шулай булғандыр. Әммә бөгөн 2/3 айырылышыу ҡатындар инициативаһы менән барлыҡҡа килә. Был замана ҡатындарының ирҙәрҙең алама холҡон түҙеп тормауы хаҡында һөйләй. Элек ҡыҙҙарҙы кейәүгә биргәндә, килен булып төшкән ереңә таш кеүек бат, тип әйтер булғандар. Ысынлап та, тормоштан уңмаһалар ҙа ҡатындар түҙемле булған. Яҙмышына буйһоноп йәшәүен белгәндәр. Ирҙән айырылып, ата-әсә йортона ҡайтыу хурлыҡ һаналған.

Иң күп айрылышыу тәүге өс йылға тура килә

Өйләнешеүҙең беренсе йылы - йәштәр өсөн ауыр һынау. Был ғаилә тормошо хаҡында хәбәрҙар булмау, тәжрибәһеҙлек менән аңлатыла. Ысынында иһә, йәш ғаиләләр айрылышырға атлығып тормай. Был - статистика мәғлүмәте. Ғәҙәттә, һөйөү тойғоһо һүрелеү менән, сабырлыҡ та юҡҡа сыға. Һәм иң әүҙем айырылышуаҙар бергә йәшәүҙең 5-9-сыйылына тура килә. Сөнки был ваҡытта бергә йәшәүсе парҙар бер-береһен тулыһынса белеп, холоҡтары тап килмәгән осраҡта айырылышыу юлын һайлай.

Аңлауыбыҙса, әҙәм балаһы мифһыҙ һәм әкиәтһеҙ йәшәй алмай. Тик уйҙырма менән ысынбарлыҡты айыра белеү ҙә мөһим. Әгәр ҙә айырылышыу өсөн ысынлап та етди сәбәптәр бар икән - тәүәкәлләгеҙ. Әммә башҡорттоң “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ”, тигән аҡыллы мәҡәле хаҡында ла оноторға ярамаҫ.

shonkar.rbsmi.ru






Читайте нас: