Ниндәй генә тоҙ булмаһын, уның формулаһы бер – натрий хлориды. Һәм нисек кенә булмаһын, тоҙҙоң барыһы ла диңгеҙҙеке. Айырма шунда – уларҙың береһе бөгөнгө заман диңгеҙҙәренән, икенсеһе һыуы киткән боронғо диңгеҙҙәрҙән, һуңғылары тоҙ шахталарына әйләнгән, шуға унан алынғанды “таш тоҙ” диҙәр. Ә бөгөн “диңгеҙ тоҙо” тип һатылғанды диңгеҙ һыуын парға әйләндереп табалар. Был ысул ҡыйбатҡараҡ төшә.
Ҡиммәт хаҡты аҡлар өсөн маркетологтар диңгеҙ тоҙоноң файҙалы матдәләргә бай булыуына баҫым яһай. Ләкин тоҙ аҡ төҫтә булһа, ундағы элементтар ябай тоҙ составындағынан әллә ни айырылмай. Тоҙҙа ысынлап та башҡа ҡушылмалар күп булһа, уның тәме һәм төҫө башҡа төрлөрәк була.
Тоҙҙо бик зарарлы тип тә һанайҙар. Улай булһа, ни өсөн һуң ул һаман һатыла һәм ҡулланырға рөхсәт ителә?
Совет биологы Жорес Алферов кешенең тоҙһлҙ ике аҙна ла йәшәй алмаясағын әйткән. Ә Канада ғалимдары тоҙҙо күп ҡулланған кешеләрҙең йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефенең күпкә артыуын иҫбат иткән. Шул уҡ ваҡытта Копенгаген ғалимдарые тоз дефицитының кешелә насар холестеринды арттырыуын билдәләгән.
Тоҙҙоң ҡурҡынысы шунда – уны даими ҡулланғанда кешелә тәм рецепторҙары төҫһөҙләнә һәм кеше уны ваҡыт үтеү менән күберәк ҡуллана башлай. Бына шунда уның зыяны булырға мөмкин.