Әрем шулай уҡ нервы ауырыуҙарын дауалай, йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, матдәләр алмашыныуын көйләй, һөҙөмтәлә артыҡ кәүҙә ауырлығы һәм май кәмей. Гинекологик сирҙәрҙе, простатит, уретрит, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, бөйөр, ашҡаҙан аҫты биҙе, тире ауырыуҙарын дауалағанда һөҙөмтәле. Ғөмүмән, әрем менән дауаланыу бөтә ялҡынһыныуҙарҙан, айырыуса аш эшкәртеү органдарын таҙартырға ярҙам итә.
Кипкән әремде ҡул менән ыуалап, иләк аша үткәрергә һәм ҡоро килеш йоторға мөмкин. Ә иләнмәй ҡалғанынан клизма эшләү, күҙгә, ҡолаҡҡа тамыҙыу, тамаҡты сайҡатыу өсөн төнәтмә әҙерләргә мөмкин. Әрем менән дауаланыу курсы – 7 көн. Бер курсҡа 100 г кипкән үлән етә.
Тәүге өс көнөндә 2 – 2,5 сәғәт һайын бер семтем кипкән әремде ауыҙға һалып, һыу ҡушып йоторға. Артабан 4 көн буйы көнөнә 5 – 6 тапҡыр шул уҡ күләмдә ҡулланырға кәрәк. Таҙарыныу процесына тотош организм йәлеп ителә. Иң мөһиме – уны 2,5 сәғәт һайын ҡабатларға онотмағыҙ. Төндә организм ял итергә тейеш.
Ете көн дауамында ҡаты диета тоторға. Күп нәмәнән баш тартырға тура киләсәк:
– бөтә төр иттән, балыҡтан, майҙан, колбасанан һ.б.;
– һөт аҙыҡтарынан, йомортҡанан;
– кондитер изделиеларынан.
Тәмәке һәм спиртлы эсемлектәр ҙә тыйыла.
Был көндәрҙә йәшелсә-емеш, сәтләүектәр, ярма, үҫемлек майы, картуф ҡына ашарға мөмкин. Көнөнә бәләкәй генә 2 – 3 киҫәк икмәк ашарға рөхсәт ителә. Яңы бешкәне түгел, ә әҙерәк кипкән булырға тейеш.
Дауаланыу ваҡытында хәлһеҙлек күҙәтелеүе һәм булған ауырыуҙарҙың көсәйеүе ихтимал. Быуындар ауыртып, ҡайһылыр урын сәнсеп тә алыуы мөмкин. Был иһә таҙарыныу процесының төпкә үтеп инеүе хаҡында һөйләй. Организмда булған эре таштар ҡуҙғалғанда, түҙеп торғоһоҙ ауыртыу барлыҡҡа килеүе бар. Был осраҡта ике төймә но-шпа йәки бер төймә папаверин эсергә кәңәш ителә. Мотлаҡ табип менән дә кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Һуңынан йылына ике тапҡыр (яҙлы-көҙлө), профилактика йәһәтенән, әрем терапияһын ҡабатларға. Әйткәндәй, ауырлы ҡатындарға һәм аҙ ҡанлылыҡ менән интегеүсе кешеләргә әрем менән дауаланыу ҡәтғи тыйыла.
Прополис менән һөттөң ҡушылмаһы иҫ киткес һөҙөмтә бирә: төрлө ауырыуҙы дауалап ҡына ҡалмай, дөйөм хәлде, йоҡоно яҡшырта, арығанлыҡ, юҡ-барға көйөп барыусанлыҡты бөтөрә.
- 10 процентлы прополис төнәтмәһен иң яҡшыһы дарыуханала һатып алырға. 25 миллилитрлыҡ шешәһе әллә күпмегә етә.
- Был дарыуҙы айына бер тапҡыр ун көн буйы 100 мл ҡайнар һөткә 20 тамсы тамыҙып, йоҡлар алдынан эсергә. Дауаланыу курсын 4 – 6 ай дауам итергә.
- Балаларҙы һалҡын тейеүҙән дауалағанда прополис төнәтмәһенең бер нисә тамсыһы ғына ла ыңғай һөҙөмтә бирә. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн 1/3 стакан ҡайнар һөткә бер-ике тамсы балауыҙ төнәтмәһе лә етә.
- Панкреатит, гастрит, ашҡаҙан сей яраһы, бауыр сирҙәрен дауалау өсөн прополисты алдағы схема буйынса алты ай ҡулланырға кәрәк.
- Һөт менән прополис ҡандағы холестеринды кәметергә, экземаны һәм башҡа тире ауырыуҙарынан арынырға, күрем циклын яйға һалырға булышлыҡ итә.
- Прополис психикаға ыңғай тәьҫир итә. Уның төнәтмәһе борсолоулы уйҙарҙан арынырға, кәйефте күтәрергә, үҙеңде яҡшыға көйләргә ярҙам итә.