Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Август 2019, 13:50

Ҡарбуз менән ҡауын файҙалы

Миҙгелендә ҡарбуз менән ҡауынды ашап ҡалырға кәрәк. Улар сәләмәтлек өсөн файҙалы. Организмды шлактартарҙан һәм токсиндарҙан таҙарталар.

Ҡауында серотонин (бәхет гормоны) бүленеп сығыуға ярҙам итеүсе матдә бар. Шуға ла уны ашағас кәйеф күтәрелә. Ул шулай уҡ иммунитетты нығыта, матдәләр алмашыныуын, баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта. Составында тимер күп.

Ҡарбузда иһә аш һеңдереү процесын яйға һалыусы күҙәнәктәр, еңел эшкәртелә торған углеводтар, С, В , В , РР витаминдары, магний, калий, тимер, марганец, никель бар. Ҡарбузды бөйөр ауырыуҙары ваҡытында бәүел ҡыуҙырыусы сара булараҡ ҡулланырға кәңәш итәләр. Ҡабығы баш ауыртыуынан ярҙам итә. Бының өсөн еүеш яғын сикәгә ҡуйып 20 – 30 минут тоторға.

Ҡауын менән ҡарбуз косметологияла ла ҡулланыла. Ҡауын йомшағы А витаминына бай. Ул тирене йомшарта, шыма итә, сәсте сәләмәтләндерә. Ҡауынды биткә һөртөргә, ҡабығын тирегә ышҡырға кәрәк. Ҡауын ағартыу үҙенсәлегенә эйә. Һипкел, пигмент таптар булғанда файҙалы. Һутын 1:1 нисбәтендә һөткә ҡушып, ҡоро тирегә һөртәләр. Уны сәс төбөнә ышҡырға ла мөмкин. 20 – 30 минуттан шампунь менән йыуалар. Процедураны аҙнаһына 2 - 3 тапҡыр ҡабатларға була. Ҡарбуз йомшағы менән тосонан таҙартыусы һәм туйындырыусы битлек яһарға мөмкин. Ҡарбуздың тосон ит турағыстан, бер аҙ ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр. Барлыҡҡа килгән ҡатнашманы 10 – 15 минутҡа биткә һөртәләр. Йыуып төшөргәс, бит тиреһенең нәфисләнгәнен һиҙерһегеҙ.

Башҡортса дини календарь, 2019 йыл.
Читайте нас: