Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Август 2019, 17:36

Ҡыяр организмды таҙарта

Ҡыярҙың 95-97%-ты – һыу. Ләкин был ябай ғына түгел, ә “тере” һыу. Ул бөтә организмға файҙалы, йөрәк, бөйөр, бауыр һ.б. органдарҙың эшсәнлеген яҡшырта.

Ҡыяр минераль матдәләр – калий, кальций, магний, фосфор, натрий, тимер һәм башҡаларға бай, ҡан баҫымын яйға һала, организмдан артыҡ һыуҙы сығара. Ғалимдар йәшелсәлә еңел үҙләштерелә торған йод бар тип белдерә. Шуға ла ҡыяр яратҡан кешеләрҙә ҡалҡанһыман биҙ (зоб) ауырыуҙары һирәк күҙәтелә.

Составындағы калий, кремний, көкөрт иҫәбенә тире, сәс, теш һау-сәләмәт була. Көн һайын яңы йыйып алынған ярты кило самаһы ҡыяр ашаһаң, сәс яҡшыраҡ үҫә, тырнаҡ нығый. Уның ярҙамында бушаныу көндәре лә уҙғарырга була. Көн дауамында бары тик (1,5-2 кг) ҡыяр ғына ашарға кәрәк. Бынан тыш, ул бәүел ҡыуҙырыу һәләтенә эйә, организмды таҙарта, бөйөрҙәге таштарҙы ҡыуа. Уны көн һайын ашау үт ҡыуығы, үт сығыу юлдарындағы таштарҙы иретә. Бындай проблемалары булған кешеләргә көнөнә 1 литр ҡыяр һыуы эсергә, бер эскәндә 100 мл-ҙан да артыҡ ҡабул итмәҫкә ҡушалар.

Ҡыяр һыуы озаҡҡа һуҙылған йүтәлде дауалау, туберкулез менән ауырыусы кешенең хәлен еңеләйтә, нерв сис¬темаһын тынысландыра, ялҡынһыныуҙарға ҡаршы көрәшә, ауыртыуҙы баҫа. Уны тигеҙ күләмдә алынған алма һәм помидор һуты менән ҡушып, бер тырнаҡ һарымһаҡ та өҫтәп эсһәң, ҡан составын яҡшырта. Ҡыярҙың хатта төшө лә дауалау үҙенсәлегенә эйә. Ул организмдан артыҡ холестеринды сығара, ирҙәрҙең енси көсөн арттыра. Ҡыяр косметологияла ла уңышлы ҡулланыла. Ул тире ялҡынһынғанда, бетсә, һытҡы сыҡҡанда файҙалы, һипкелде бөтөрә.

"Аҡсарлак" гәзитенән.

Читайте нас: