Дим буйҙары
-9 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Август 2019, 13:18

Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре

Ысынлап та, йылдар уҙа килә тән, бит тиреһе һығылмалылығын юғалта бара. Нәҫелдән йәш булып күренеү сифаты ла, ҡыҙғанысҡа күрә, һәр кемгә лә бирелмәй.. Шулай ҙа йылдарҙан ҡурҡырға кәрәкмәй, сөнки бит-ҡулдарҙы, сәстәрҙе даими тәрбиәләп тороу йәшлекте оҙайтыуға булышлыҡ итәсәк.

Йәш барған һайын биттә йыйырсыҡтар һәм таптар күбәйә бара. Шунлыҡтан “йәшәреүҙең” тәүге аҙымын тап улар менән көрәштән башлау зарур. Биттәге “бураҙналар”мәсьәләһен пластик хирургия юлы менән хәл итергә була, әлбиттә, әммә был алым, беренсенән, үтә лә ҡиммәт, икенсенән, хирургтың бысағы аҫтына ятырға бер кем дә ашҡынып тормайҙыр. Ҡиммәтле кремдар алыу мотлаҡ түгел, сөнки ҡул аҫтында булған ябай ғына аҙыҡ-түлектән, мәҫәлән, балдан яһалған битлектәр кибеттәрҙә ат хаҡындай торғандарынан күпкә яҡшыраҡ һөҙөмтә бирергә мөмкин.

Ҡояш яҡтыһы файҙалы, әммә уның сағыу нурҙары аҫтында бит тиреһен һаҡлау кәрәк, сөнки ваҡ йыйырсыҡтар, таптар нәҡ тышта йөрөгәндә барлыҡҡа килә. SPF-фильтрлы кремдарҙы йәйге эҫе көндәрҙә биткә генә түгел, ҡулға, тәнгә һөртөргә лә кәрәк.

Түбәндәге кәңәштәрҙе тотоу оҙаҡ йылдар гүзәл булып ҡалырға ярҙам итер.

1. Иртәнге 11-ҙән көндөҙгө 3-кә тиклем ҡояш нурҙары аҫтында оҙаҡ йөрөргә тырышмағыҙ. Был ваҡытта ҡара күҙлек һәм эшләпә кейеү күҙ эргәһендә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүҙән һаҡлар. А витаминына бай аҙыҡ-түлек менән туҡланыу өҫтәмә һаҡланыу ысулы булыр.

2. Дөрөҫ туҡланыу бик мөһим. Бала саҡта әсәйҙәрҙең күберәк йәшелсә-емеш ашатырға тырышыуын иҫләйһегеҙме? Файҙаһын белеп әйткәндәр ҙә инде, витаминдар етмәүе һаулыҡ ҡаҡшауынан тыш, биттең көл төҫөнә инеүе, тырнаҡ һыныуы, сәс ҡойолоуы кеүек билдәләрҙә сағыла. Йәшелсә-емештән бик яҡшы битлектәр, кремдар, скрабтар яһап булыуы хаҡында ла онотмағыҙ.

3. Дәрсен, имбир, һинд зәғфрәне кеүек тәмләткестәр ҡулланығыҙ. Сөнки насар экология, һыуыҡ тейеү һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында эске органдар көсөргәнешле эшләй һәм тире ялҡынһына, йыйырсыҡтар арта. Һанап кителгән тәмләткестәр иһә тәбиғи антибиотиктар булып тора.

4. Айырыуса С витаминына иғтибар итегеҙ. Баҡса еләге, татлы борос, брокколи, әфлисун – тәмлелеге менән генә түгел, һәр киҫәгенең С витаминына бай булыуы менән дә күңелегеҙгә ятыр. Һөҙөмтәлә тире ҡоромаҫ, ваҡ йыйырсыҡтар тигеҙләнер. Ирекле радикалдарҙы юҡҡа сығарыусы ҡеүәтле антиоксидант тире өсөн бик кәрәкле коллаген барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша.

5. Тире шымалығын һәм уның текстураһын һаҡларға ярҙам итеүсе ликопин матдәһе помидорҙа, кишерҙә, ҡарбузда күп.

6. Ҡәһүә урынына йәшел сәйгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Ул да ирекле радикалдар менән көрәшә, тирене дымландыра, яман шеш тыуҙырыусы ферменттарҙы юҡҡа сығара.

7. Омега-3 кислотаһына бай тунец, сардина, бағыр, һөмбаш балыҡтарын йышыраҡ ашарға тырышығыҙ.

8. Фен, плойка ҡулланыу, химик бөҙрәләтеү һ.б. сәскә йоғонто яһамай ҡалмай, һөҙөмтәлә ул һыныусанға әйләнә, ҡойола. Шуға сәстәргә лә айырым иғтибар бүлмәйенсә булмай. Дегәнәк тамыры, ромашка, кесерткән төнәтмәләре менән сайҡатыу уларҙың ялтырауыҡлығын ҡайтарыр.

Тиҙ һыныусан, артыҡ йомшаҡ, йоҡа сәстәрҙе йыуғандан һуң шунда уҡ тарарға ярамай. Йомшаҡ таҫтамал менән артыҡ дымды һеңдереп алғас, тәбиғи рәүештә киптерергә кәрәк.

10. Мендәрҙең тышлығы ебәк булыуы сәс өсөн дә, бит тиреһе өсөн дә яҡшы.

11. Терһәк һәм тубыҡ, үксә тиреһе ҡараймаһын, ҡоромаһын өсөн аҙнаһына ике тапҡыр туҡландырыусы кремдар йәки үҫемлек майҙары һөртөп торорға кәрәк.

12. Помаданың асығыраҡ төҫлөһөн һайлау отошло булыр. Өҫкө һәм аҫҡы ирендәрҙең уртаһына тамсы ғына ялтырауыҡ һөртөү уларҙы йәшерәк, тулыраҡ итеп күрһәтер.

13. Ҡояшта ҡыҙыныу артыҡ файҙалы түгел. Ә бына кремдар, лосьондар ярҙамында яһалма “ҡарайыу” аяҡтарҙағы “йондоҙсоҡ”тарҙы йәшерер, уларҙы төҙөрәк, һомғолораҡ күрһәтер.

14. Күҙҙең мөйөштәренә ағартыусы кремдар һөртөгөҙ, ҡараш асығыраҡ күренер, йыйырсыҡтар күҙгә ташланмаҫ. Эйәккә, сикәгә һәм танау ситтәренә киреһенсә бер тонға ҡарараҡ кершән һөртөгөҙ.

15. Һыуҙы күберәк эсегеҙ, әммә газлыһын түгел.

16. Был кәңәш ябығырға теләгәндәргә ҡағыла. Ашар алдынан йәшелсә-емеш ҡапҡылап алыу артыҡ ашауҙан һаҡлар. Мәҫәлән, сельдерей, ананаста калориялар юҡ кимәлендә.

17. Тирегеҙ артыҡ майлы икән, уны һеңдереп алыу өсөн пергамент ҡағыҙҙар ҡулланырға була. Был маҡсатта кершән һөртөү кәңәш ителмәй, сөнки ул йыйырсыҡтарға туласаҡ һәм олораҡ күренәсәкһегеҙ.

18. Керпектәргә ҡара тушь өҫтөнән күген һөртөп ҡуйырға була. Керпектәр күк төҫтә күренмәҫ, уның ҡарауы күҙҙең ағы ағыраҡ булып тойолор.

19. Күҙ бәбәгенә ҡара ҡәләм һыҙыу, асыҡ иннек һөртөү күҙҙәрҙәге арығанлыҡты йәшерер.

20. Тиренең төрөнә ҡарап, туҡландырыусы йәки дымландырыусы кремдарҙы даими ҡулланығыҙ.

21. Йоҡлар алдынан ирендәрҙе йылы һыуҙа сылатылған таҫтамал менән һөртөгөҙ, аҙаҡ дымландырыусы бәлзәм яғығыҙ. Иртән матур ирендәрегеҙгә үҙегеҙ ҙә һоҡланырһығыҙ. Ҡоро ирендәргә ваҡыт-ваҡыт шыйыҡ бал һөртөү ҙә яҡшы булыр.

22. Йәшегеҙ йылдан-йыл арта барыу һеҙгә алиһә булып күренергә ҡамасауламаҫ. Бары тик башығыҙҙы юғары тотоп, арҡағыҙҙы төҙ итеп, тура йөрөгөҙ һәм ултырығыҙ.

23. Аҡ сәстәрегеҙҙе буярға онотмағыҙ. Сөнки улар бик һирәк кешеләргә генә килешә.

24. Сәстәрегеҙҙе төрлөсә ҡуйыуҙан, төрлө кейемдәр кейеүҙән тартынмағыҙ. Күңелегеҙгә ятҡан, үҙегеҙгә килешеп торған үҙ образығыҙҙы табыу үҙегеҙҙең кәйефегеҙҙе күтәрер.

25. Иң мөһиме – күңелегеҙҙә ауыр, яман уйҙар йөрөтмәгеҙ. Сөнки күңелдәге кисерештәр йөҙҙә сағыла. Һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ!

Интернеттан.
Читайте нас в