Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Август 2019, 16:20

Ҡарбуз тәме – тел осонда!

Август – рәхәтләнеп ҡарбуз менән һыйланыу мәле. Ул тәмле булыуынан тыш, файҙаһы ла бар икән. Ҡарбуздың ниндәй органдарға ярҙам итеүен асыҡлап китәйек.

Бөйөр. Шыйыҡса эсеүҙе кәметеү талап ителмәгән бөтөн сирҙән дә уролог мотлаҡ күберәк ҡарбуз ашарға кәңәш итәсәк. Бөйөрҙө “йыуыр” өсөн. Уны ҡарбуздан да яҡшыраҡ башҡа бер ни ҙә таҙартмаясаҡ.
Бәүел ҡыуығы. Цистит менән яфаланғанда ҡарбуз – иң шәп дарыу. Бәүел ҡыуығынан даими рәүештә сир тыуҙырыусы бактерияларҙы йыуып сығарып торһаң, уларға сигенеүҙән башҡа юл да ҡалмай.
Шешенеү. Шешенгәндә ҡарбуз – иң яҡшы, иң кәрәкле ярҙамсы. Ҡарбуз һыуы үҙе лә организмда оҙаҡҡа тотҡарланмай, башҡа артыҡ шыйыҡсаны ла үҙе менән бергә ҡыуып алып сыға.
Һимереү. Әгәр табиптар тарафынан сикләүҙәр булмаһа, ҡарбузлы ябығыу көндәре яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Аҙнаһына бер тапҡыр көнөнә 1,0 –1,5 кг ҡарбуз ғына ашағанда, бер килограмм ауырлыҡ менән һис бер ҡыйынлыҡһыҙ хушлашырға мөмкин. Бынан тыш, бер нисә көн буйы төшкө йәки киске ашты ҡарбузға алмаштырғанда ла, һомғолланып киткәнегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
Подагра. Быуынға тоҙ ултырыу ауырыуы менән сирләгәндә ит ашарға ярамай. Ләкин барыбер ашағы киләме? Ул ваҡытта бәләкәй генә ит киҫәген алып ҡабығыҙ ҙа артынса ашҡаҙанға ҡарбуз оҙатығыҙ. Был еләк организмды иттән алынған пуриндарҙан һәм экстрактив матдәләрҙән таҙартасаҡ.
Уролитиаз. Бөйөрҙә һәм бәүел юлдарында таштар организмда әселек юғары булғанда барлыҡҡа килә. Шулай уҡ таштарҙың барлыҡҡа килеүенә бәүел бүлеп сығарыу юлдарының инфекциялары ла булышлыҡ итә. Был осраҡта ҡарбуз ашағыҙ. Ул микробтарҙы йыуып ҡыуыр.
Үт сығыу юлдарының сирҙәре. Шешеү, елһенеү процестары мәлендә үттең сығыуы ауырлаша. Ә ҡарбуз уның сығыуын, киреһенсә, көйләп ебәрә.
(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).
Читайте нас: