Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Сентябрь 2019, 15:17

Алманы яҙға ҡәҙәр һаҡлайым, тиһәң....

Быйыл алма уңышы бик мул булды. Уны яҙға ҡәҙәр нисек һаҡларға була?

Ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға ҡуя торған алмаларҙы йыйғанда уҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Емеште бары тик ҡоро һауа торошо булғанда ғына йыйырға, һабаҡ өлөшөн өҙөп ырғытмаҫҡа – алмала ҡалдырырға. Алмаларҙы һөртөргә һәм йыуырға ярамай. Ҡайһы берәүҙәр алманы йыйған көндә үк тартмаларга тултырып, баҙға «ҡышларға» ҡуя. Был дөрөҫ түгел. Башта емештәрҙе ике-өс аҙнаға баҙға ҡуйып торорға кәрәк, боҙоҡ алма шул ваҡыт эсендә беленә. Унан һуң емештәрҙе алып, сортын – сортҡа, эреһен – эрегә, вағын ваҡҡа айырып сығырға кәрәк.

Алманы кәрзингә йәки ҡағыҙ тартмаға тултырып һаҡларға була. Алмаларҙы һабаҡ өлөшөн өҫкә ҡаратып береһе өҫтөнә икенсеһен өйәбеҙ. Өҫтөн ҡапламайынса, баҙға ҡуябыҙ. Тик был ысул менән алманы оҙаҡ һаҡлап булмай. Бер емеш серей башлаһа, ауырыу ҡалғандарына ла тарала. Былай итеп һаҡларға уйлаһағыҙ, даими рәүештә емештәрҙе тикшереп торорға тура киләсәк.

Һәр алманы газетаға йәки салфеткаға төрөп, шул килеш тартмаға теҙеп һаҡларға була. Ҡышҡылыҡҡа һаҡлауҙың тағын бер төрө: тартманың төбөнә 3 см ҡалынлыҡта яҡшылап йыуып киптерелгән ҡом менән көл ҡатнашмаһы йәйәбеҙ. Бер-береһенә тейеп тормаҫлыҡ итеп, алмаларҙы шул ҡомға теҙәбеҙ. Емештәрҙең өҫтөнә тағын бер нисә ҡат шул ҡатнашманы һибәбеҙ. Ҡом урынына һуған ҡабығы, торф, мүк, япраҡ, ағас сүбе лә ҡулланырға була. Бындай ысул менән алмалар яҙға тиклем һаҡлана ала.

Алма һаҡлана торған баҙҙа йәки иҙән аҫтында дымлылыҡ 85-95 проценттан да кәмерәк булмаҫҡа тейеш, юғиһә, емештәр формаһын юғалтасаҡ.

Киптереү

Йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә ҡул аҫтында баҡса алмаһы булыуҙың өҫтөнлөктәре шаҡтай. Берҙән, үҙең үҫтергән емештән шикләнәһе юҡ. Магазиндан алғанына ҡарағанда, баҡсаныҡында витаминдар ҙа күберәк. Өҫтәүенә, уны пирог эслегенә лә, компот яһарға ла, башҡа төрлө тәм-том бешергәндә лә файҙаланырға була. Быларҙың барыһын да киптерелгән алма ярҙамында әҙерләргә мөмкин.

Киптереү өсөн алманың барлыҡ төр сорттары ла ярай. Емештең бәрелгән, ҡорт төшкән, серей башлаған урындарын киҫеп ташлап, бөтөн өлөштәрен айырып алалар. Алманы махсус киптергестә, электр йәки газ духовкаһында йәки асыҡ һауала киптерәләр. Кипкән алма ҡарағусҡыл төҫкә инә, тик уларҙы табиғи төҫендә лә ҡалдырырға була. 1 литр һыуға 1 балғалаҡ тоҙ һалырға һәм алма телемдәрен 3-4 минут ошо иретмәлә тоторға. Былай эшләгәс, алмалар ҡаралмай ғына кибәсәк. Киптерелгән алманы быяла банкала йәки ҡағыҙ пакеттарҙа һаҡлайҙар.

Кайнатма

Сортына ҡарап, алманан күп төрлө ҡайнатма әҙерләргә мөмкин. Бына шуларның береһе. Ҡайнатма өсөн кәрәк: 1 кг алма, 150 гр таҙартылмаған әстерхан сәтләүеге, уртаса ҙурлыҡтағы 1 лимон, 180 грамм шәкәр ҡомо, 2 дәфнә япрағы, 3 бөртөк ҡара борос. Алманы ваҡ телемдәргә турайбыҙ, өҫтөнә һыу ағыҙабыҙ. Шуға бер аҙ лимон һуты, бер нисә телем лимон, шәкәр ҡомо һәм дәфнә япраҡтарын һалып, һүрән утта болғатмайынса ғына 10 минут ҡайнатабыҙ. Унан һуң лимонды һәм дәфнә япраҡтарын алып ташлайбыҙ, алмаға ваҡланған әстерхан сәтәлүеге ҡушып, тағын 15 минут утта тотабыҙ. Теләгән кеше ҡатнашмаға борос өҫтәй ала. Бер аҙ әскелтем ҡайнатма килеп сыға.

Пирог эслеге

1 кг алманы телемләп турарға, 200 гр шәкәр ҡомо менән болғатып, 12 сәғәт үҙ һуты бүленеп сыҡҡансы тоторға. Унан һуң шул һыуҙа ҡайнатырға ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, 10-15 минут бешерергә. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы ҡайнатма урынына ашарға ла, пирог эслегенә йәйергә лә ярай.

Повидло

20 литрлы кәстрүлгә таҙартылған һәм ҙур булмаған киҫәктәргә туралған алмаларҙы тултырабыҙ. Шуға берәр ҡуш ус өлгөргән балан менән ҡара миләш ҡушып, болғатып ҡуябыҙ. Һут барлыҡҡа килгәндән һуң, кәстрүлдең ҡапкасын ябып, һүрән утта ҡайнатабыҙ. Алма бешкәндән һуң, уны дуршлагтан сығарабыҙ. Ҡайнарланһын өсөн тағын бер ҡат утҡа ҡуйып алабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашмаға 3 кг шәкәр ҡомо ҡушабыҙ һәм ул иреп бөткәнсе болғатып торабыҙ. Повидлоны ҡайнар килеш банкаларға тултырабыҙ.

Ҡаҡ

5 кг алманың үҙәген алып, ҙур булмаған киҫәктәргә турайбыҙ. Шуға 1 кг шәкәр ҡомо һалып, повидло ҡайнатҡан кеүек ҡайнатабыҙ. Әҙер ҡатнашманы табаға йәйеп, ҡояшҡа йәки духокаға ҡуябыҙ. Йәйем бик йоҡа булһа, ҡаҡ йыртылып китергә лә мөмкин. Шуға күрә ҡалыныраҡ итеп йәйергә кәрәк. Ҡаҡтың үҙен генә ашарға ла, эсенә ҡуйыртылған һөт менән сәтләүек ҡатнашмаһы йәйеп, төрөлгән килеш сәй янына сығарырға ла мөмкин.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: