Үҙәк башлыса ашҡаҙандан бүленгән әсе һут ҡыҙыл үңәскә күтәрелеүе (медицина телендә был гастроэзофагеаль рефлюкс ауырыуы тип атала) арҡаһында көйә. Ашҡаҙан һуты үңәстең лайлалы тиресәһен «ашай», һөҙөмтәлә ул елһенә, эрозия, яралар барлыҡҡа килә, үңәс тарая. Дауаламай йөрөгәндә бының хатта яйлап яман сиргә әүерелеүе ихтимал.
Ҡыҙыл үңәстә бүҫер (диафрагма һәм ашҡаҙандың бер өлөшө күкрәк ситлегенә сығып тороуы) булһа ла, үҙәк көйөүе мөмкин. Был осраҡта ашҡаҙан эсендәге ҡатнашма, һуты менән бергә, үңәскә сығарыла.
Ҡайһы берҙә ашҡаҙандағы ныҡ әсе һут аш һеңдереү юлының өҫкө өлөшөнә «ташланыуы» һөҙөмтәһендә йөрәк тәңгәлендә ауыртыу тыуа. Кеше, «йөрәгем яна» тип, кардиологка бара, ләкин ул тәғәйенләгән дауа ла йөрәк «утын» баҫмауына зарлана. Бындай ауырыуҙарға гастроэнтерологка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ваҡытында дөрөҫ итеп ашап йөрөгәндә, тейешле дауа алғанда йөрәк «яныуы» тиҙ бөтөргә тейеш.
Унан нисек ҡотолорға һуң?
Беренсе сиратта ниндәй ризыҡтан үҙәк көйгәнлеген асыҡлау шарт. Ҡағиҙә булараҡ, быға тоҙло, әсе, маринадланған, ҡыҙҙырылған аҙыҡ сәбәпсе. Газлы һыу, ҡәһүә, шоколад, араҡы-шарап, тәмәке лә «ғәйепле» булыуы ихтимал.
Эстән һыҙылып, янып-көйөү арҡаһында ла ашҡаҙан һутының әселеге юғары булып китә, аш һеңдереү юлына баҫым арта. Үҙегеҙҙе ҡулға алып, тынысланһағыҙ, үтә торған.
Һәр ваҡыт өҫтәл артында сама белергә кәрәк. Бер тапҡыр ашаған ризыҡ ҡуш усҡа һыйырлыҡ булһын. Эстең ныҡ тулып, ҡабарып китеүе һәйбәт түгел. Әлбиттә, бындай ваҡытта үҙәк көйә, ашҡаҙан ауырта.
Ашағандан һуң һуҙылып ятырға ашыҡмағыҙ, аш һеңдереү өсөн йөрөп алығыҙ. Төнгө табындар үҙәк көйөү менән тамамланыусан, шуға күрә кискелекте йоҡларға ятыр алдынан ике сәғәттән дә һуңламай ашағыҙ.
Ут йотҡандай йөрөмәҫ өсөн, аҙыҡты дөрөҫ ашарға кәрәк. Мәҫәлән, ас ҡорһаҡҡа әсе һут эсмәгеҙ, майонезлы ризыҡ ҡапмағыҙ. Йыш һәм аҙ-аҙлап туҡланыу файҙалы. Артығын ашағанда һут һәм үт ҡатыш аҙыҡ ҡыҙыл үңәскә «ырғытылып», үҙәкте көйҙөрөр. Шул уҡ ваҡытта ас йөрөргә лә ярамай, аш һеңдереү өсөн бүленгән ашҡаҙан һуты менән үт файҙаланылырға тейеш.
Үҙәк көйгәндә ҡайһы берәүҙәр боронғо ысулды ҡуллана: бер стакан һыуға сәй ҡалағы аш содаһы һалып эсә. Ысынлап та, ул алым эстә янған «утты» ваҡытлыса һүндерә. Ләкин был «ашығыс ярҙам»дан аш һеңдереү юлының лайлалы тышсаһы ныҡ итеп «ашалыуын» иҫегеҙгә төшөрәм.
Йыш үҙәк көйөү – хәүефле билдә һәм кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итеүҙе һәм дауаланыуҙы талап итә.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналынан.