Дим буйҙары
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Сентябрь 2019, 14:08

Фобия – нимә ул?

Киң билдәле психолог, “Паника, ҡурҡыу һәм фобияларҙы тулыһынса еңеү” тип аталған популяр китаптың авторы Александр Ватолин әйтеүенсә, нимәнәндер ҡурҡыу беҙҙең тормошта шаҡтай киң таралған.

Төп билдәләре – үҙен ҡурҡытыусы объектты күргәндә кешелә мускулдарҙың көсөргәнеш кисереүе, хис-тойғоларҙың ҡурҡыуҙан “дулауы” күҙәтелә. Фобиялар әҙәм балаһының мөмкинлектәрен сикләй һәм уның барлыҡ тормошона тәьҫир итә. Ҡурҡҡан кешенең яҡындары уны нисек бар, шулай ҡабул итергә лә, уның бындай кисерештәре менән көрәшергә лә мөмкиндәр. Әлбиттә, улар фобиянан яфаланыусының хәленә инә белһәләр, бик тә яҡшы.

Александр Ватолин белдереүенсә, проблемаға, ғәҙәттә, түбәндәге хәлдәрҙең береһе сәбәп була:

* психик травма алыу йәки ауырлы саҡта алған травма;

* бала саҡта алынған травма;

* үҫмер саҡта алынған травма;

* үҫеп еткәндән һуң алынған травма.

Фобия менән төрлө ысулдар ярҙамында көрәшергә мөмкин: бында психологтар да ярҙамға килә ала, төрлө тренингтар, үҙ белемеңде күтәреү һ.б.

Ләкин шундай фобиялар була, әҙәм балаһы улар менән йәшәү мөмкин түгел тип һанай һәм унан нисек тә ҡотолорға тырыша. Был осраҡта, әлбиттә, бары тик белгестәргә генә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Психологтар һәм психиатрҙар, психотерапевтар һ.б. барыһы ла ярҙам итергә мөмкин, улар быны төрлө ысулдар менән эшләй. Бөгөн күптәр түләүле хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә, унда хаҡтар төрлөсә. Аҡсала эш тормаһын, сөнки ниҙән дә булһа гел ҡурҡып йәшәү ауыр, ти табиптар. Шул уҡ ваҡытта фобияғыҙ менән бергә, “юлдаш” проблемаларҙан да ҡотолорһыҙ. Ә бына фобияны үҙаллы еңергә тырышһағыҙ, уны тәрәнгәрәк йәшереү ҡурҡынысы ла бар икән. Ул саҡта инде проблема барыбер әйләнеп ҡайтасаҡ...

Фобия бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәрҙе һағалай: бөгөн күптәр кешеләр күп булған урындарға керергә ҡурҡа, ҡулдарын ҡат-ҡат йыуып микробтарҙан ҡотолмаҡсы була, ә кемдәрҙер 20-30 йәштән үк киләсәк ҡартлыҡтан ҡуркып аҡылдан яҙыр сиккә етә...

Һәр кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына булһа ла көслө ҡурҡыу хисен тоя: бөтөнләй ҡурҡмаусылар донъяла юҡ. Әҙәм балаһына ҡурҡыу хисе һәр ваҡыт хас, ни өсөн тигәндә, ҡурҡыу – үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинктының нигеҙе тинек. Ләкин әгәр ҙә кеше бер ниндәй сәбәпһеҙгә лә ҡурҡһа?

Замана мегаполистары (кешеләр күп яшәгән ҡалалар, мәҫәлән) бындай тайпылыштарға айырыуса бай, сөнки уларҙа нерв системаһын “ҡытыҡлаусы” нимәләр бихисап. Фобияға бирешеүсән кешеләр араһында айырыуса һаулығы өсөн, транспорт һәм социаль тормош үҙенсәлектәре менән бәйле нимәләрҙән ҡурҡыусылар күп. Интернетта бөгөн күп төрле төркөмдәрҙе табырға була: кемдәр нимәнән ҡурҡа, улар берләшәләр, бер-береһенә кәңәш бирәләр, ярҙам һорайҙар.

Фобия менән ыҙаланыусыларҙың күбеһе башҡалар менән бәйләнешкә керергә атлығып тормайҙар, үҙҙәренең ҡурҡыу тураһындағы тарихтарын да улар теләһә кемгә һөйләп бармайҙар, үҙҙәре кеүектәр менән генә бүлешәләр. Ләкин арала үҙҙәренең проблемалары эсендә генә ҡайнамаған, ә уларҙы башҡалар менән дә бүлешеүселәр бар. Бына шундай тарихтарҙың бер нисәһен һеҙгә лә бәйән итергә булдык

Демофобия – кеше күп йыйылған урындарҙан ҡурҡыу.

Аэрофобия – самолетта осорға ҡурҡыу.

Клаустрофобия – ябыҡ, тар урындарҙан ҡурҡыу...

Агорафобия – асыҡ майҙандарҙа һәм кешеләр күп булған урындарҙан ҡурҡыу.

Мизофобия – бысраныуҙан йәки ни менән булһа ла зарарланыуҙан ҡурҡыу

Телефобия – телефондан һөйләшергә ҡурҡыу.

Социофобия – йәмәғәтселек урынында булыуҙан ҡурҡыу.

Геронтофобия – ҡарт кешеләрҙән йәки ҡартайыуҙан ҡурҡыу.

Ә һеҙҙең арала ниҙән дә булһа шулай ныҡ ҡурҡҡан, төрлө фобиялар менән интегеүселәр юҡмы?
Читайте нас: