Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Октябрь 2019, 16:48

Учалы һәйкәле – иң ҡыҙыҡлыһы

Учалы ҡалаһында үҙенсәлекле һәйкәл бар. Ул Леонид Гайдайҙың “Кавказ әсирәһе” фильмының персонаждарына арналған.

Учалылар ғына түгел, ҡалаға килгән ҡунаҡтар ҙа уның эргәһендә фото төшөргә ярата. Һәйкәлдең авторы Учалы оҫтаһы – Илшат Мөхәмәтйәров.

Ошо көндәрҙә һәйкәл mirtesen.ru. медиаплатформаһындағы davaipogovorim сайты версияһы буйынса кино геройҙарына арналған иң ҡыҙыҡлы һәйкәлдәр исемлегенә индерелде.
Читайте нас: