Дим буйҙары
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Октябрь 2019, 14:36

Ағастарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү

Күптәр баҡсалағы ағас ботаҡтарын яҙын ғына киҫергә кәңәш итә. Әммә быны көҙөн дә эшләргә була. Тик дөрөҫ итеп башҡарырға ғына кәрәк.

Алмағас һәм грушаның ботаҡтарын олоно сыҡҡан өлөшөнән уҡ киҫергә кәрәк. Ботаҡтың төбө ҡалмаһын. Киҫкән урынға баҡса һумалаһы һыларға һәм магазинда һатыла торған махсус буяу һөртөп ҡуйырға кәрәк.

Сейә һәм сливаның бер сантиметрҙан кәмерәк булған һабаҡтарын киҫәләр, унеы эшкәртергә кәрәкмәй. Әгәр ботаҡтар йыуаныраҡ икән, алда әйтелгәнсә һылап ҡуйырға кәрәк.

Шулай уҡ ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләгенең дә ҡарт ботаҡтарын киҫәләр. Ҡурай еләген ни ҡәҙәр күберәк киҫһәң, киләһе йылда еләге шул тиклем эрерәк буласаҡ. Ҡурай еләгенең ҡалған ботаҡтарын аҡрын ғына ергә табан бөгөп ҡуйырға һәм шул килеш көлтәләп бәйләргә кәрәк. Ҡыуаҡтар ергә эйелеп ҡалырға тейеш. Уларҙы ҡыш көнө ҡар тулыһынса ҡапларлыҡ булһын.

Ботаҡтарын киҫкәндән һуң, ағастарҙы ағартырға һәм төптәренә һыу һибергә кәрәк. Һәр ағастың төбөнә яҡынса 8-10 биҙрә һыу һибәләр.

Ҡышҡа әҙерләнеүҙе тамамлағанда ағастарҙың төптәренә тупраҡ өйөргә кәрәк. Был йоҡа ҡар ҡатламы арҡылы сатлама һыуыҡтар ваҡытында ағастарҙың тамырҙары өшөмәһен һәм зарарланмаһын өсөн эшләнә. Төптәрен өйгәндән һуң, ағас янында хасил булған уйһыулыҡтарға тиреҫ таратырға була. Ләкин иҫтә тотоғоҙ, һырғанаҡтың тамырҙары өҫтә ята, шуға күрә төбөнә ҡом һибергә кәрәк. Ул һауаны яҡшыраҡ үткәрә.

"Өмөт" гәзитенән.
Читайте нас: