— Төҫлө аҙыҡ-түлектең кәйефкә һәм организмға йоғонтоһо ҙур икәне сер түгел. Хатта билдәле диетологтар йәшелсә-емеште төҫөнә бүлеп, организмға файҙаһын иҫәпкә алып, махсус диеталар булдырған, — ти Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге Башҡортостан буйынса филиалының орлоҡсолоҡ буйынса әйҙәүсе агрономы Фирҙәүес Аҫылбаева.
— Әммә магазин кәштәләрендәге сағыу йәшелсә-емеште һатып алыр алдынан, етештереүсеһенә иғтибар итегеҙ, сөнки нәҡ уларҙа пестицидтар күп булыуы ихтимал. Был бигерәк тә алмаға ҡағыла. Ҡайҙандыр ситтән ҡайтартылған матур алмаға өҫтөнлөк бирмәй, үҙебеҙҙә үҫкәнен алырға кәрәк.
Сезонһыҙ һатылған еләктән, уны балаларға ашатыуҙан баш тартығыҙ. Ысын, зарарһыҙ еләк бары тик өлөгөргән мәлендә генә һатыла. Шундай уҡ кәңәште виноградҡа ҡарата ла әйтергә була.
Болгар боросо хәҙер йыл әйләнәһенә кәштәнән төшмәй. Матур, ҙур боростарҙың, помидор һәм баклажандың боҙолоп ятҡанын күргәнегеҙ бармы? Шуға күрә уны ашауҙан да баш тартығыҙ. Белгестәр әйтеүенсә, бер бороста 15-тән артыҡ пестицид табырға була. Ғөмүмән, сауҙа рәттәрендә тулып ятҡан йәшелсә-емеште һаҡлыҡ менән генә алығыҙ. Үҫемлектәрҙе пестицидтар менән эшкәртеүҙән етештереүселәр бер ҡасан да баш тартмаясаҡ. Шуға ла йәшелсәне һәйбәт итеп йыуырға кәрәк, был осраҡта белгестәр сода ҡулланырға кәңәш итә. Пестицидтарҙың 60 проценты йыуылып төшәсәк. Тағын емештәрҙең тышын әрсеү һәйбәт ысул. Бешереү ҙә уларҙы зарарһыҙландыра.