Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Ноябрь 2019, 13:31

Таштарҙың сихри көсө

Был хәлдәр XXI быуат башында Свердлов өлкәһе Түбәнге Тагил ҡалаһында булған. Хәлдәрҙең төп геройы – балыҡсы һәм аусы Владимир Степанович. Уны дуҫтары үҙ-ара Степаныч тип кенә йөрөткән.

Бер мәлде йәйгеһен ир кеше урманға киткән һәм таныш булмаған урынға килеп сығып, аҙашҡан. Үс иткәндәй, ямғыр яуа башлаған. Степанычтың бөтөнләй кәйефе төшкән. Еүеш кейем менән урманда, таныш булмаған урында, нисек төн сығырға? Етмәһә, ышыҡланыр урын да юҡ.

Ләкин Хоҙайҙың - үҙ ҡанундары. Ҡарана торғас, Степаныч йыраҡ та түгел бер аҡланда ташландыҡ, иҫке генә бер йорт-вагончик күреп ҡалған. Эргәлә генә – ҡасандыр старателдәр эшләгән ташландыҡ карьер...

Вагончик үҙе инде торор-йәшәр өсөн яраҡһыҙ була - түбәһе тишек, һыу үткәрә. Ә бына иҙәне ныҡ булып сыға, сөнки ҡалай йәйелгән. Бына шул вагончик аҫтына Степаныч кереп ятҡан да инде – ер ҡоро, ышыҡ. Ямғыр тауышын тыңлап ята-ята ир йоҡлап киткән.

Иртәнгә ямғыр туҡтаған. Ҡояш нурҙарына ер ҙә йылынған. Вагончик аҫтынан үрмәләп сыға башлаған Степанычтың курткаһы ниндәйҙер бер осло әйбергә эләгеүен һиҙә. Ҡараһа, ергә күмелгән быяла банка! Ауыҙы ватылған, бер осло киҫәге ерҙән сығып тора. Степаныч фонарь менән яҡтыртып ҡараһа, бер литр һыйҙырышлы банканың йәшкелт-һары таштар менән тулы булыуын күрә. Ҡаҙып алған банкалағы таштар изумрудҡа оҡшаған була.

Ирҙә байлыҡ эҙләү азарты ҡабына. Вагон аҫтын ентекләп ҡаҙып сыҡҡандан һуң, ул таштар тултырылған тағын бер банка табып ала.

Таштар гранаттың бер төрө – демантоидлар булып сыға. Уларҙы старателдәрҙең береһе йәшереп ҡуйғандыр, күрәһең. Йәшергән дә, сәбәптәре булып, үҙе менән алып китә алмаған.

Степаныч таштарҙы тоғона һалып өйөнә ҡайтып еткән. Был турала ҡатынына, улы менән ҡыҙына әйткән. Байлыҡ тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.

Ләкин юҡҡа ғына таштар тураһында “улар магик көскә эйә, йыш ҡына кешеләргә ҡайғы һәм бәхетһеҙлек алып килә” тимәйҙәрҙер. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, Степаныч гараж түбәһен алыштырғанда йығылып төшә, уң ҡулы шунда ҡаҙанда ҡайнап ултырған һумалаға эләгә...

Степанычтың 20 йәшлек улы ла фажиғәле һәләк була – йөрөгән ҡыҙы менән дуҫтарына тыуған көнгә барғас, төндә ут сығып, шул утта янып үләләр. Был хәлдәрҙән һуң уның ҡатынын да психиатрия дауаханаһына һалалар. Ә ата-әсәһе тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған ҡыҙҙары насар компанияға эләгеп, сит бер әҙәмгә эйәреп, Урта Азия яҡтарына сығып китә.

Ҡиммәтле таштар был ғаиләгә бәхет, байлык, именлек алып килмәгән. Степаныч уларҙы төрлө урындарға йәшереп ҡуйған. Ҡайҙа йәшереүе тураһында бер кемгә лә һүҙ тишмәгән. Ә көндәрҙән бер көндө ул урманға киткән һәм ҡабат ҡайтмаган.

Бөгөн дә тимер эҙләүсе прибор (металлоискатель) ярҙамында байлыҡ эҙләүселәр юҡ түгел. Шундай табышҡа юлыҡҡандар юҡмы?

"Өмөт" гәзитенән.
Читайте нас: