Дим буйҙары
+17 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
11 Ноября 2019, 08:18
Көлгәнгә - көлкө
00-сө «Мерседес» китеп бара. Уның артынан «Ашығыс ярҙам» һәм янғын һүндереү машиналары эйәргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ирҙе туҡтата. «Ашығыс ярҙам», янғын һүндереү машиналары ла туҡтай.
600-сө «Мерседес» китеп бара. Уның артынан «Ашығыс ярҙам» һәм янғын һүндереү машиналары эйәргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ирҙе туҡтата. «Ашығыс ярҙам», янғын һүндереү машиналары ла туҡтай.
Инспектор уларға:
– Мин һеҙҙе туҡтатманым бит. Юлығыҙҙы дауам итегеҙ! – ти.
– Улар минең менән! – ти «Мерседес» водителе.
– Быны нисек аңларға? – тип аптырай инспектор.
– Һеҙ йүнһеҙҙәрҙең ғәйебе менән эйәртеп йөрөйөм уларҙы. Һеҙгә йә «аптечка»ны, йә янғын һүндергесте күрһәтергә кәрәк бит.
***
Бер ҡатын десантсы һөйәрен ҡунаҡҡа саҡырғанда ире ҡайтып инә. Ҡунаҡ балконда йәшенә. Унда оҙаҡ тороп, өшөп бөтә һәм ҡыйыулығын йыйып, фатирға кире инә.
– Ғәфү итегеҙ, беҙҙең хәрби күнекмәләр бара ине. Парашюттан һикергәндә ел менән яңылыш һеҙҙең балконға килеп эләктем.
Хужабикәнең асыуы ҡабарғанын күреп, ире уны тынысландыра.
– Был нисауа әле. Кисә минең дуҫтың фатирының бәҙрәфендә геологтар нефть эҙләгән.
***
– Беҙҙең хужа һаңғырауланған.
– Ике ҡолаҡҡаламы?
– Юҡ, береһенә генә. Юғарынан әйткәнде ишетә, түбәндән әйткәнде – юҡ.
***
Баҙарҙа төшөрөп ҡайтҡан ир ҡатынына:
– Һин ҡушҡан әйберҙәрҙең барыһын да алдым. Ләкин бер нәмәне онотҡанмын. Әйберҙәр һалынған сумканы ҡайҙа ҡалдырғанымды һис хәтергә төшөрә алмайымсы… – ти.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"