Дим буйҙары
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2019, 12:38

Осһоҙ һәм һәр саҡ ҡул аҫтында

Кер һабыны - экологик яҡтан таҙа продукт

Йыуыныу бүлмәләрендә береһенән-береһе хуш еҫле, матур һауытлы гигиена кәрәк-яраҡтары урын ала. Ә кер һабынының иң яҡшы антисептик икәнен беләһеҙме?!

Составына килгәндә, уны үҫемлек һәм хайуан майҙарынан, натрий тоҙонан яһайҙар. Ҙур ҡаҙанға май һалалар, уға сода ҡушалар.1808 йылда ҡулланыла башлаған һабын ҡайнатыу рецепты 200 йыл дауамында үҙгәрмәгән. Һабынды өс төркөмгә бүләләр. Составында майлы кислоталар 70,5%-тан да аҙ булмаған төркөм. Уға һәр ваҡыт 72 % тигән тамға һуғыла. Икенсе төркөмгә – 70 %, өсөнсөһөнә 65 % тип яҙалар. Һабындарҙа pH баланс, ғәҙәттә, 11-12 тирәһендә тора.

Бөгөн кер һабынын көндәлек гигиена өсөн генә ҡулланмайҙар, ул бик яҡшы косметик сара ла, дауалау препараты ла.Мәҫәлән, йәрәхәт эренләмәһен, бешкән урын һыуланмаһын өсөн, яралы урынға кер һабыны һөртөп ҡуялар. Вирустарға ҡаршы препарат булараҡ, уны шәхси гигиена маҡсатында тәһәрәт алғанда, геморройға ҡаршы көрәшкәндә лә ҡулланалар. Бәрелгәндә шешкән урынға ҡуйып торалар.

Ә инде тымау төшә башлағанда, бер-ике тапҡыр танау эсен һабын иретмәһе менән йыуып алһаң, тымау тураһында оноторға ла була. Шулай уҡ гайморитты да дауалап була.

Вирустар әүҙемләшеп киткән көҙ, ҡыш айҙарында аҙнаға берәр тапҡыр кер һабыны менән йыуынһаң да зыян итмәй. Ул вирус, бактерияларҙы үлтерә, иммунитетты нығыта. Серәкәй-себен һәм башҡа бөжәктәрҙең һөжүменән һуң, улар тешләгән урындарға кер һабыны ҡуйып тороу файҙалы.

Косметик маҡсаттарҙа, күптәр уны сәс йыуыу өсөн ҡулланырға яраймы-ярамаймы тип баш вата. Шуға ла кер һабынын һыуҙа иретеп (бының өсөн уны ҡырғыстан ҡырырға кәрәк), айына бер-ике тапҡыр сәс йыуыуҙың зыяны юҡ, тип һанарға була. Ә файҙаһы күҙгә күренеп торасаҡ. Бары тик һелтеле һыу менән йыуғандан һуң, сәстәрҙе һәйбәтләп сайҡарға, сайҡай торған һыуға бер аҙ һеркә һалырға кәрәк. Был һелтеле-кислоталы балансты тергеҙеү өсөн кәрәк. Ҡоро, буялған сәсле ҡыҙҙарға кер һабыны менән сәс йыуырға кәңәш ителмәй. Кер һабынының баш тиреһе өсөн дә файҙаһы ҙур. Ул баш тиреһендәге һәр төрлө зарарлы вирус, бактерияларҙы үлтерә, бәшмәк-микробтарҙы юҡҡа сығара. Бит тиреһе өсөн дә файҙаһы бар. Хатта аяҡтағы бәшмәк ауырыуынан да кер һабыны менән ҡотолоп була. Кер һабыны тейҙергәндән һуң, аяҡ тиреһенә балаларға тәғәйенләнгән крем һөртөп ҡуйырға кәрәк. Йоҡа, һыныусан тырнаҡлы ҡатын-ҡыҙҙар 20 минутҡа тырнаҡтарына кер һабыны һылап торһалар файҙаһы булыр.

Кер һабыны – ышаныслы дезинфекция сараһы ла. Өйҙә теш щеткаһын, тараҡтарҙы, тән ышҡыуғыстарын кер һабыны менән йыуып торһаң, улар һеҙгә тамам туҙғансы хеҙмәт итер.

Юҡҡа ғына кер һабыны тип йөрөтөлмәй бит: кер йыуғанда, таптарҙы бөтөрөү өсөн махсус ҡулланырға була. Дөрөҫ, кизе-мамыҡтан эшләнгән ап-аҡ әйберҙәрҙе бер аҙ һарғайтырға мөмкин, шуға ла һағыраҡ булырға кәрәк. Һауыт-һабала ҡалған һары эҙҙәрҙе бөтөрөү өсөн уны һабын иретмәһенә һалып торалар.

"Маяҡ" гәзитенән.
Читайте нас: