Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь 2019, 13:09

Файҙалы һәм хуш еҫле сәйҙәр

Кейәү үләнен грипп осоронда, ҡапыл ғына ашҡаҙан, бөйөр, баш ауыртҡанда, һейлек ҡыуғыс, анемияла, йоҡоһоҙлоҡтан, ревматизмдан эсәләр. Шулай уҡ уны "ирҙәр" сәйе лә, тиҙәр.

Ромашканы йөрәк сәйе, тиҙәр. Ҡан тамырында барлыҡҡа килгән төйөрҙән һаҡлай, Грипп, һыуыҡ тейгәндә, ауырыған саҡта микробҡа ҡаршы көрәшә.

Әлморон иммунитетты нығытыусы антиоксидант, флавоноид, С, К витамины һәм минералдар сығанағы ла булып тора. Әгәр һиңә бик ныҡ ҡыҙыл шарап эсергә теләһәң, әммә алкоголде ҡулланырға ярамай икән, әлморон төнәтмәһен эс. Етмәһә ул диареяға ҡаршы ла көрәшә.

Туҡранбаш (клевер). Был сәйҙе баллап эскәндә йүткеректән, бауыр ауыртыуынан, ҡҡатын-ҡыҙҙар һыҙланыуынан ярҙам итә. Шәкәр диабетынан да эсергә була, тик был саҡта уны балларға ярамай.

Рауза. Кәйефте күтәрә; вирусҡа ҡаршы көрәшә, иммунитетты нығыта. Был сәй төнәткәндән һуң тиҙ генә тәмен юғалта, шуға ла рауза таждарынан әҙерләнгән сәйҙе һыуынғас эсергә ярамай.

Лимонлы бөтнөк. Был сәй ашҡаҙан менән бәйле ауырыуҙарҙан ярҙам итә һәм тынысландыра. Тынысландыра һәм йоҡоно яҡшырта, һыҙланыуҙы баҫа, иғтибарҙы арттыра.

Фенхель (тамыры, орлоҡтары). Аш һеңдерергә, эстәге һауаны бөтөрөргә ярҙам итеүсе мөғжизәле сәй. Уны хатта яңы тыуған сабыйҙарға ла эсерәләр. Шулай уҡ йүткеректән, һыуыҡ тейгәндән, отиттан (ҡолаҡ һыҙлауы) ярҙам итә.

Еләк япраҡтары. Ҡан таҙарта, тынысландыра, һаулыҡты нығытыусы. Был хуш еҫле сәйгә кипкән еләктәрҙе лә ҡушырға мөмкин.

Меңъяпраҡ. 1 балғалаҡ меңъяпраҡ үләнен 1 стакан ҡайнар һыу менән 5-10 минут төнәтәләр ҙә ярты стакан итеп гастриттан эсәләр. Ашҡаҙан ауыртҡанда меңъяпраҡҡа ромашка сәскәләрен дә ҡушалар.

Бәпембә. Был сәй бауыр ауыртыуҙарынан ярҙам итә. Айырыуса эскән, тартҡан, төрлө бауырға ауыр дарыуҙар ҡабул иткән кешеләргә файҙалы. Эс ҡатыуынан файҙалы.

Йүкә. Тынысландырыусы сәй, борсолоуҙы сисә, ҡан баҫымын төшөрә. Баш өйәнәгендә эсергә тәҡдим ителә. Көнөнә йүкә балы менән 2 стакан сәй эсеү - һыуыҡ тейеүҙән һаҡлай. Шулай ҙа был сәй менән артыҡ мауығырға тәҡдим ителмәй. Тирләтеүсе был сәй йөрәккә ауыр була.

Ала миләүшә. Нервы системаһын нығыта, тын алышты тигеҙләй, яҡшы һау-сәләмәт йоҡо бүләк итә. Баш өйәгенән һәм организмдан шлакты ҡыуа.

Османтус, йәки һоро ағас сәскәләре. Матдәләр алмашыныуын нормаллаштыра. Был бәләкәй генә аҡһыл-һары сәскәләрҙе йәшел йә ҡара сәйгә лә ҡушалар.

(Интернеттан алынған мәғлүмәттәр ҡулланылды).
Читайте нас в