Дим буйҙары
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2019, 11:39

Бишенсе мандаринға үрелмә

Яңы йыл байрамы шыршының ылыҫлы еҫе менән генә иҫтә ҡалмай, ғәҙәттә был байрам мандариндарға ла бай, ғәҙәттә супермаркет, магазин кәштәләре был емеш менән тулып китә. Әлбиттә уның файҙалы яҡтары күп, тик һәр дарыуҙың нормаһы булғандай был емеште лә самаһын белеп ашар кәрәк. Был емеш менән ҡыҙыҡһынған ғалимдар ҙа уның зыянлы һәм файҙалы яҡтарын тикшереп сыҡҡан һәм емештең организмға күберәк осраҡта ыңғай тәьҫир итеүен билдәләгән.

Сағыу төҫлө емеш минералдарға һәм С, РР, Е, К, В1, В3, В6, А витаминдарына бай икәнен күптәр белә. Лютеин күҙ селтәренең алмаштырғыһыҙ компоненты булһа, зеаксантин төҫтәрҙе ҡабул итеү процесында ҡатнаша. Көнөнә бер-ике мандарин ашаһаң, күҙ нервыһы эшмәкәрлеге яҡшыра. Әммә уны күпләп ашамағанда ғына күҙ өсөн файҙаһы бар.

Ашҡаҙан-эсәк тракты өсөн файҙаһы булһын өсөн уны ашағандан һуң бер-икене ашау ҙа етә. Аппетит түбән булғанда 50 миллилитр мандарин һуты эсергә ҡушалар. Төрлө инфекция ауырыуынан көнөнә өс тапҡыр 0,5 стакан мандарин һуты эсергә мөмкин. Һалҡын тейҙереп ауырығанда берәр стакан эсһәң дә ярай.

Емеш составындағы аскорбин, лимон кислотаһы, цинк һәм фосфор простата биҙе эшмәкәрлеген, күрем циклын көйләргә ярҙам итә. Көнөнә ике мандарин ашағанда енси органдар тирәһендә ҡан әйләнеше яҡшыра.

Зыянына килгәндә, төп ғиллә – күп ашарға ярамай. Был осраҡта файҙаһынан зыяны күберәк булыуы ихтимал. Мәҫәлән, аскорбин һәм лимон кислотаһы артыҡ булғанда, аллергия тыуҙыра, бигерәк тә ул балалар өсөн көслө аллерген булып тора. Шулай уҡ ашҡаҙан-эсәктәрҙең лайлалы ҡатламын елһетеүе мөмкин. Ашҡаҙан һәм бөйәндең сей яраһы менән ауырыусыларға бөтөнләй ҡулланыу тыйыла. Кемдәрҙең бөйөрөндә таш бар, уларға ла цитрус емештәрҙән баш тартырға кәрәк. Таштың ҡуҙғалыуы ихтимал, был осраҡта бик ныҡ ауыртыу барлыҡҡа килә, уны оператив юл менән генә дауалап була.

Диабетиктарға ла мандариндың файҙаһынан зыяны күберәк, сөнки составында улар өсөн зыянлы глюкоза һәм башҡа углеводтар бар.

Шулай итеп һәр ризыҡ ҡайһы бер кешегә яшы тәьҫир итһә, икенсе кешенең сәләмәтлегенә кире йоғонто биреүе мөмкин. Иң мөһиме магазинда мандариндарҙы һатып алыр алдынан ентекле тикшереп сығығыҙ, ә өйгә алып ҡайтҡас таҙа итеп йыуып, әҙерләп өҫтәлгә ҡуйығыҙ. Тағы ла бер ҡыҙығы бар, табиптар нисек һанап сығарғандыр, уныһы ҡараңғы. Әммә аҡ халатлылар кешегә көнөнә дүрт мандариндан артыҡ ашарға ҡушмай, норманы арттырһаң һаулыҡҡа кире йоғонто биреүе мөмкин. Ә һеҙ көнөнә биш мандарин ашап ҡарағанығыҙ бармы?
Читайте нас: