Дөгө Е витаминына, йөрәкте һаҡлауға һәм ҡандағы холестерин кимәлен кәметеүгә һәләтле гамма-орзинолға бай.
Үкенескә ҡаршы, уның бындай үҙенсәлектәрен күптәр белеп етмәй, ә бына япон ҡыҙҙары бик теләп киң ҡуллана.
Һеҙҙең иғтибарға бит тиреһен яҡшыртыуға, ваҡ һырҙарҙы яҙып ебәреүгә һәләтле маска тәҡдим итәбеҙ. Бының өсөн өс аш ҡалағы дөгө, бер аш ҡалағы һөт, бер аш ҡалағы бал кәрәк.
Иң тәүҙә дөгөнө бешереп һөҙөгөҙ (ярма бешкән һыуҙы түкмәгеҙ – кәрәк буласаҡ). Дөгө бутҡаһына тәүҙә йылы һөт, унан бал һалып болғатығыҙ. Әҙер масканы таҙа һәм ҡоро биткә һөртөгөҙ һәм кибеүен көтөгөҙ. Масканы алғас, битегеҙҙе дөгө бешкән һыу менән йыуығыҙ.
Дөгө һыуы көслө антиоксидант һанала. Ул пигмент таптарҙы, тиреләге ялҡынһыныуҙарҙы бөтөрөүгә һәләтле. Һөҙөмтә яҡшы булһын өсөн масканы аҙнаһына кәм тигәндә бер тапҡыр эшләргә кәрәк.