Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Декабрь 2019, 17:27

Кәңәшле эш - тарҡалмаҫ...

Ял көндәрендә өй йыуыу-йыйыштырыуҙы нисек еңелләштерергә? Түбәндәге кәңәштәр, бәлки, әҙ булһа ла ярҙам итер - хәтер һандығығыҙға һалып ҡуйыу ҡамасауламаҫ.

Саңды кейем йыуыр өсөн ҡулланылған кондиционерға манылған сепрәк менән һөрткәндә, мебель өҫтәренә туҙан оҙаҡ ҡунмаҫ.

Йомшаҡ мебелдең өҫтөн еүеш сепрәк менән ҡаплап ҡағып, уның өҫтөндәге саңынан ҡотолорға мөмкин.

Йыуыныу бүлмәһендәге көҙгө тирләмәһен өсөн уны желатинлы йылы һыу ( бер стакан һыуға бер балғалаҡ) менән һөртөп алырға кәрәк.

Кер йыуыу машинаһының ташын иретер өсөн уға 80 грамм лимон кислотаһы һалып, 80 градус эҫелеккә ҡуйып, буш көйө өйрөлтөргә кәрәк.

Ҡағыҙға тоҙ һибеп, эҫе көйө шунан йөрөтөп, үтектең ҡараһынан ҡотолорға мөмкин.

Паркет түшәлгән иҙән ялтырап ятһын өсөн, уны бер стакан һыуыҡ һыуға бер аш ҡалағы глицерин ҡушылған ҡатнашма менән һөртөргә була.

Линолеумды эҫе һыу менән йыуырға ярамай – төҫһөҙләнә.

Балаҫҡа кис тоҙ һибеп, иртәгәһенә еүеш сепрәк менән һыпырһаң, асылып китә.

Аш бүлмәһендәге кафелде аш һеркәле (1:5) һыу менән һөртөргә кәрәк.

Йыуыныу бүлмәһендәге плитка араларын хлорлы таҙартҡыс ҡулланып таҙалаһаң – ялтырап китә.

Көҙгө тапһыҙ булһын өсөн, уны одеколонға йә спиртҡа манылған мамыҡ менән таҙартып торор кәрәк.

bash.rbsmi.ru
Читайте нас: