Уҡығандар, ишеткәндәр бер нисек тә хәтерегеҙҙә ҡалмаймы? Бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән сыға ла торамы? Улайһа, тиҙерәк фекерләү һәм хәтерҙе яҡшыртыу өсөн белгестәр кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.
Күберәк сәтләүек ашарға тәҡдим ителә. Пекинда Циньхуа университеты белгестәре “сәтләүектә магний күп, ул - зыялылар эликсиры” тип белдергән. Ул хәтер үҫтереүгә булышлыҡ итә, һәр мәғлүмәт еңел үҙләштерелә.
Мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырыу өсөн кистән уҡырға һәм иртән ҡабатларға кәрәк. Америка белгестәре раҫлауынса, төнө буйы уҡыуҙан аҡыллы булып китмәйһең икән. Кешегә кәмендә 6 сәғәт өҙлөкһөҙ йоҡо кәрәк. “Аҡыл менән эш ит, ә төн уртаһына түгел” тигән бер аҡыл эйәһе лә.
Мейенең “йәшлеге"н оҙайтыу өсөн диңгеҙ аҙыҡтарын йышыраҡ ҡулланыу кәрәк. Аҙыҡта балыҡ, йәшелсәләрҙең булыуы мейе эшмәкәрлеген яҡшырта, 36 процентҡа нервы күҙәнәктәренең эшмәкәрлеге боҙолоуынан һаҡлай.
Ошо төҫтәге емештәрҙе ашау тиҙ фекерләүҙе яҡшыртырға булышлыҡ итә. Быға ҡурай еләге, ер еләге, сейә, ҡара ҡарағат һәм башҡа емештәр инә.