Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Декабрь 2019, 14:22

Сүп-сар - электр энергияһы һәм таҙалыҡ: сит илдәр тәжрибәһе

Сүп яндырыу заводтары донъялағы күп илдәргә сүп-сар проблемаһын хәл итергә, өҫтәмә рәүештә йылылыҡ һәм электр энергияһы алырға ярҙам итә. Бындай сүп яндырыу заводтары кеше өсөн зыянлы түгел. ә ҡайҙалыр улар хатта туристар өсөн популяр булып та тора.

Швейцария: Альп тауҙары янында сүп яндырыу

Швейцария майҙаны Татарстандыҡына ҡарағанда бәләкәйерәк булһа ла, бында инде 30 сүп яндырыу заводы эшләй. Уларҙың береһе Альп тауҙары янында урынлашҡан Люцернда. Унда ҡалдыҡтар 1-1,2 мең C температурала яндырыла. Ә бындай температурала бөтә нәмә, хатта сүп янған ваҡытта барлыҡҡа килә торған зарарлы химик ҡушылмалар, мәҫәлән диоксиндар ҙа янып бөтә.

Завод атмосфераға аҙ күләмдә генә азот бүлеп сығара, әммә транспорт һәм башҡа предприятиелар бүлеп сығарған зыянлы матдәләр быға ҡарағанда шаҡтай күберәк.

Франция: сүп яндырыу заводы биргән йылылыҡ мелән Мона Лиза йылына

Францияла бер нисә сүп яндырыу заводы ҡала тирәһендә урынлашҡан һәм әлеге «мәхәббәт ҡалаһын» йылытырға ярҙам итә. Париждағы өс заводта сүп яндырғандан сыҡҡан энергия 300 мең йорт хужалығын йылытырға етә. Һүҙ уңайынан, йылылыҡты бер өлөшө Лувр музейена ла эләгә һәм ундағы донъя мәҙәниәте шедеврҙарын йылыта.

Япония: мәктәп уҡыусылары өсөн экскурсиялар ойоштора торған завод

Японияның Осака ҡалаһындағы «Майшима» сүп яндырыу заводы 2002 йылда эшләй башлай һәм тыштан ҡарап торғанда ул Веналағы сүп яндырыу заводына оҡшаған. Предприятие туристар өсөн асыҡ, унда япон уҡыусыларына экскурсиялар ойошторола. Завод тулыһынса сүп яндырыуҙан барлыҡҡа килгән электр энергияһына эшләй, ә һыуынға көлдө яһалма утрауҙар өсөн фундамент булараҡ ҡулланалар.

Финляндия: Санта-Клаус ватанындағы сүп яндырыу комплексы

Финляндияла туғыҙ сүп яндырыу комплексы эшләй. Уларҙың иң зуры - Vantaan Energia заводы Вантаа ҡалаһында урынлашҡан. Предприятие йылына яҡынса 340 мең тонна сүп утилизацияларға мөмкинлек бирә. Ҡалған шлактарҙы юлдар төҙөү өсөн тоталар, ә көлөн цемент һәм бетон менән бутап, һыу үтмәй торған полигондарҙа күмәләр.

Вена сүп яндырыу заводы ҡалдыҡтар проблемаһын ғына хәл итеп ҡалмайынса, туристар йәлеп итеү урыны ла. Шпиттелау заводы Австрияның танылған архитекторы Хундертвассер проекты буйынса 1989 йылда төҙөлгән. Ул диуарҙарҙы мозаика менән ҡаплауҙы һәм һауаны таҙарта торған фильтрҙарҙы ғәләмәт ҙур алтын шарҙар менән йәшереүҙе уйлап тапҡан.

"Саба таңдары" гәзитенән.
Читайте нас: