“Экология” милли проектының төп маҡсаты тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу булһа ла, экологик туризмды үҫтереү ҙә мөһим урындарҙың береһен ала, шуға күрә Башҡортостанда ике йүнәлеште лә берләштергән проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Шуларҙың береһе – Ғафури районында урынлашҡан “Еҙем” тәбиғәт паркы.
Ошо маҡсатта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында Башҡортостандың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы Ғафури районының турист индустрияһы вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе. Унда “Еҙем” тәбиғәт паркын үҫтереү юлдары ҡаралды.
Тәбиғәт паркы үҙенсәлекле тәбиғәт комплекстарын, һирәк осрай торған йәнлек һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау, туризм һәм ял ойоштороу маҡсатында булдырылған. Дөйөм майҙаны 36 мең гектар булған үҙенсәлекле был объект ғилми, тарихи-мәҙәни һәм этнографик әһәмиәткә эйә. Уның биләмәһендә Мәмбәт һәм Ҡуҙғанаҡ тип аталған иң бейек ҡаялар һәм Уралдағы иң оҙон “Еңеү” мәмерйәһе урынлашҡан. Еҙем йылғаһында бөтәһе 147 мәмерйә бар, был – Башҡортостан мәмерйәләренең 16 проценты. Бында һирәк осрай торған үҫемлектәр һәм йәнлектәр һаҡланып ҡалған. Йылғаһында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән балыҡтар йәшәй, үҙенсәлекле ҡоштар төрө бар. Умартасылыҡты үҫтереү өсөн бик яҡшы база булдырылған.
Ғафури районындағы был урынға махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреү башланғысы менән Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе сыҡҡан. Проектты финанслау 2019 йылдың 1 ғинуарында “Экология һәм тәбиғәт ресурстары” программаһы сиктәрендә раҫланған. Паркты ойоштороу өсөн 16,6 миллион һум аҡса бүленгән.
– “Еҙем” паркының турист өлөшө үҙ эсенә бер нисә мөһим позицияны алырға тейеш, – ти Республиканың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы директоры Марат Хәсәнов. – Был, тәү сиратта, XVIII – ХIX быуаттарҙағы кеүек башҡорт ауылы күсермәһен төҙөү. Унда халыҡ кәсептәре, сувенирҙар, тере концерт программалары, милли аш-һыу әҙерләү, мәмерйәгә һәм ҡаяларға турҙар ойоштороу, Еҙем йылғаһы буйлап ағып төшөү ҡаралған. Солоҡсолоҡ, бал табыу өлгөләрен күрһәтеү һәм был тауарҙарҙы туристарға һатыу, турист базалары һәм приюттар төҙөү, йәйәүле маршруттар эшләү бурысы тора. Әлеге йүнәлештәрҙе үҫтереүҙә төп урынды бизнесҡа бирергә кәрәк. Был Рәсәй генә түгел, сит илдәрҙән дә туристарҙы йәлеп итәсәк һәм дөйөм төбәк туризмын үҫтереүгә йоғонто яһаясаҡ.