Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар 2020, 14:15

Яҡшы үҙгәрештәр бихисап

Максим Забелиндың матбуғат сараларының береһенә биргән интервьюһында, “бөгөн 1400-ҙән ашыу табип, шул иҫәптән 297 терапевт, 208 педиатр, 130 онколог, 84 акушер-гинеколог һәм башҡа белгестәр етешмәй”, тип белдерҙе. Айырыуса баш ҡалаға яҡын Иглин, Благовар, Благовещен райондарында белгестәргә ҡытлыҡ тыуыуы бер аҙ ғәжәпләндерә. Мишкә, Хәйбулла райондарында ла тәүге звено кадрҙары етешмәй.

Кадрҙар “күктән төшмәй”
Кадрҙар менән барыһынан да яҡшыраҡ тәьмин ителгән биләмәләр араһынан, Өфө һәм башҡа эре ҡалаларҙан тыш, Краснокама, Дыуан, Илеш һәм башҡа ҡайһы бер муниципа­литеттарҙы һанап китергә мөмкин. Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыштағы бәғзе бер райондарҙа белгестәр менән тәьмин итеү ҡырҡыу тора.
Быйыл медицина хеҙмәткәр­ҙә­рен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республика етәксеһе “йөрәк менән башҡа кешенең ауыртыныуын тойған, уларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡларға ярҙам иткән” табип һәм фельдшерҙарға ҙур рәхмәт белдергәндән һуң, үҙен ныҡ борсоған кадрҙар мәсьәләһенә иғтибар йүнәлткәйне. “Был, моғайын, тармаҡтағы иң етди проб­лемалыр, һәм беҙ уны ныҡышмалы рәүештә хәл итәсәкбеҙ”, – тигән һүҙҙәренең һауала аҫылынып ҡалмағанын, ә тырышлыҡ һөҙөмтә­һендә тармаҡта һиҙелерлек үҙгә­рештәр башланғанын тойҙоҡ. Республика биләмәләрен ар­ҡыры-буй йөрөп, һәр ерҙә халыҡ менән осрашып, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе өйрәнеп, маҡсат итеп ҡуйған етәксе дауахана, амбулатория һәм ФАП-тар эшмәкәрлеге менән таны­шыуҙы, үҙ күҙҙәре менән күреп баһалауҙы тәүге урынға ҡуйҙы.
“Республика Live#дома” прог­раммаһының яңыраҡ 100-сө тапшырыуы эфирға сыҡты. Башҡорт­остандың ҡайһы тарафҡа юл алғанын, һулышын ошо йыллыҡ хронометраждан төбәк үҙенсә­лектәрен яҡшы күҙ алдына килтерергә мөмкин.
Һаулыҡ һаҡлау – респуб­лика­быҙҙа ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә иғтибарҙы үҙенә тартҡан, даими хәстәрлек талап иткән ҡатмарлы өлкә. 2019 йыл медицина тармағын камил­лаштырыуҙа, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы дауахана һәм поликлиникаларҙы заманса технологиялар менән йыһазландырыуҙа иҫтә ҡа­лырлыҡ осор булды.
500-гә яҡын табипҡа “байыны” медицина учреждениелары. Ошоғаса көн үҙәгенән китмәгән бурыс – белгестәргә ҡытлыҡ мәсьәлә­һе бер ни тиклем хәл ителде. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, кадрҙар “күктән төшмәне”. Мониторинг башынан, 2018 йыл­дың октябренән, 457 белгес эшкә урынлашты. Улар ара­һында медицина университетын тамамлаусылар, шәхси клини­ка­ларҙан күсеүселәр, башҡа төбәк­тәрҙән республикаға эшкә килеүселәр ҙә бар.
Тәүге звенолағы 234 табип­тың эш башлауы көсөргәнеште һиҙе­лерлек йомшартты. Быйыл маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем алғандар өсөн талаптар ҡәтғилән­де, үҙе йәшәгән муниципалитетта тейешле хеҙмәт итеү срогын тамамламай тороп, эш урынын алмаштырыу мөм­кин булмаясаҡ. Әгәр ҙә белгес башҡа ергә күсергә уйлаһа, аҡсаны мотлаҡ кире ҡайта­рырға тура киләсәк.
Тағы ла шуныһы: кадрҙарҙы үҙҙәренә йәлеп итеү өсөн хәҙер район, ҡала етәкселеге ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә, субсидия биреүҙә, тор­лаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә социаль ярҙам күрһә­телә. Бер генә һөнәр кешеһенә лә бындай иғтибар, хәстәрлек күрһәтелмә­гәнен иҫтә тотһаҡ, медицина хеҙмәткәрҙәре ошо йылы мөнәсә­бәткә лайыҡлы яуап ҡайтарырға, бер вакантлы урын да буш тормаҫҡа тейеш кеүек.
“Ауыл табибы” программа­һына ярашлы, былтыр үтә дефицит белгеслеккә эйә 125 табип берәр миллион һум аҡса алды. Минис­трлыҡта әйтеүҙәренсә, быйыл да ошо тиклем сумманы тотоноу планлаштырыла. Бынан тыш, “гранттар, уҡыуға түләү, “подъемный”ҙар һәм башҡа матди ярҙам күр­һәтеү саралары табиптарҙы өс-дүрт йылға еректереп, хеҙмәт урынында тотоп торасаҡ. Бәлки, ғүмерлеккә төйәкләнергә теләү­се­ләр ҙә байтаҡ булыр, сөнки командировкаларға сыҡҡанда урындарҙа халыҡтың ихтирамын яулап өлгөргән күп кенә белгестәрҙең ошонда тамыр йәйеп, балалар тәрбиәләргә, донъя көтөргә ашҡынып торғанын, ғаилә ҡорған бәхетле парҙарҙы күрергә насип итте.
Йәштәр эшләгән ергә бел­гестәр тиҙерәк ылыға, бында уларҙы берләштергән, ойош­торған, ҡыҙыҡһындырған нәмәләр етерлек. Баҡалы районы үҙәк дауаханаһының баш табибы Рөстәм Гәрәевтең белгестәрҙе туплауҙан, эшкә өйрәтеүҙән тыш, ялдарын йөкмәткеле ойоштороуға, футбол һәм волейболға ла, башҡа сараларға ла ваҡыт һәм дәрт табыуын күреп, ысын күңелдән һоҡланғаныбыҙ иҫтә. Яҡшы, эшлекле мөхит, йәшәү өсөн шарттар булған ерҙән белгестәр китергә ашыҡмай. Ошо Баҡалы ерендә тыуған егеттәрҙең, хәҙер инде халыҡ өсөн бик кәрәкле стоматолог һөнәрен үҙләштергән бер төркөм белгестәрҙең, тыуған яҡтарына ҡайтып, өр-яңы клиника асыуы ла маҡтаулы хәл, әлбиттә.
Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамайыҡ
Башҡортостанда тәүге тап­ҡыр Рәсәй-Израиль медицина форумы­ның үткәрелеүен күп­тәр, бәлки, шәйләмәй ҙә ҡал­ғандыр. Ул тармаҡта иң киҫкен мәсьәләләрҙе эсенә алған, Баш­ҡортостан Башлығы ярҙа­мын­да, “Табиптар – сиктәрһеҙ” проектына ярашлы ойошторол­ған фекер алышыу майҙаны булды.
Форумдың программаһына күҙ һалыу ғына уның тиккә үткәрел­мәгәнен, республикала йәшәгән һәр кемгә ҡағылған мәсьәләләргә барып тоташҡа­нын күрәһең. Ҡан әйләнеше сирҙәре, онкология, ауырыу балаларҙы реабилитациялау һәм башҡалар – барыһы ла ҡаралды форумда. Медицина өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән Израиль дәүләтенең билдәле педиатр, терапевт, хирург һәм реаниматологтары менән күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, әлбиттә, киләсәктә үҙ емештәрен бирер. Шуныһы һөйөнөслө (икенсе яҡтан, көйөнөслө): Израилдең танылған табиптары араһында Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған байтаҡ белгес бар.
Ошо мөһим форумда сығыш яһаған республика етәксеһе ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәт­тәшлекте үҫтереү өсөн тырыш­лыҡ һаласағын белдерҙе.
– Беҙ донъя медицинаһы ҡаҙаныштарын күҙәтеп бара­быҙ, яҡшыһын үҙләштерергә тырыша­быҙ, байтаҡ сығымды һаулыҡ һаҡлау системаһын, фәнде үҫте­реүгә һалабыҙ. “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” федераль проекттары һәм үҙебеҙҙең төбәк программалары ярҙамында яңы мөмкин­лектәр асылыуына шаһит­быҙ, – тине үҙ сығышында Радий Хәбиров. – Һөҙөмтә бар: халыҡтың дөйөм үлеме кәмей.
Ысынлап та, тармаҡта байтаҡ етешһеҙлектәр булыуға ҡарамаҫ­тан, медицина учреждениелары үҫешкәнен, тәүге медицина ярҙамынан алып юғары технологиялы ярҙамға тиклем һәр ерҙә алға китеш һиҙелә. Бөтә тармаҡ инфраструктураһын яңыртыуға йүнәлеш алынған.
Киләһе йыл башынан Республика онкология диспансеры­ның яңы хирургия корпусы эш башлаясаҡ. Ул саҡта ауырыу­ҙарҙы ҡабул итеү күләме лә, дауалау сифаты ла яҡшырасаҡ тигән һүҙ. Байтаҡтан бирле телдән төшмәгән Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөү башланды. Балалар өсөн онкогематология үҙәге, хоспис төҙөү планлаштырыла. Медицина университетын тамамлаусыларҙың сит илдәрҙә, атап әйткәндә, Ҡы­тайҙа, Германияла клиник ординатура үтеүе лә – тәжрибә туплауҙа яҡшы күренеш. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнамай, донъя кимәлендәге яңылыҡтар менән һоҡланыуҙан тыш, уларҙы үҙләштерергә, өйрәнергә тырышыуҙан да күп нәмә тора бөгөн.
Читайте нас: