Баҫма тулыһынса “Мәскәү дәүләтендә һәм тирә-яҡтағы сит илдәрҙә булған, белергә һәм иҫкә алырға лайыҡлы хәрби һәм башҡа эштәр тураһында хәбәрҙәр” (“Ведомости о военных и иных делах, достойных знания и памяти, случившихся в Московском Государстве и во иных окрестных странах”) тип атала. Гәзит Мәскәүҙә лә, Санкт-Петербургта ла нәшер ителә һәм даими атамаһыҙ, төрлөсә йөрөтөлә – “Ведомости”, “Российские ведомости”, “Ведомости Московские”.
1870 йылдың 1 ғинуарынан “юғарынан төшкән бойороҡ” буйынса, “тәжрибә рәүешендә почта учреждениеларында урыҫ һәм сит телдәрҙәге ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойошторорға” рөхсәт ителә. Был Рәсәйҙә матбуғатҡа яҙылыу буйынса беренсе ҡарар була. Ә инде 1914 йылға илдә өс меңдән ашыу ваҡытлы матбуғат баҫмаһы нәшер ителә.
1917 йылдан һуң Рәсәй матбуғаты көнө “Правда” гәзитенең беренсе һаны сығыу уңайынан 5 майға күсерелә һәм Совет матбуғаты көнө тип йөрөтөлә башлай.
Тик 1990 йылда ғына Рәсәй Федерацияһы Юғары Суды Президиумының 28 декабрендәге 3043-1 һанлы ҡарары менән Матбуғат көнө элекке датаһына – 13 ғинуарға кире ҡайтарыла.
1997 йылдан алып Рәсәй матбуғаты көнөндә киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә Рәсәй Президенты премиялары һәм йәш журналистарҙың проекттарына ярҙам итеү маҡсатында гранттар тапшырыла.