Дим буйҙары
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2020, 11:20

Милли проект: "йәшел ҡалҡан"ды талауға юл ҡуйылмаясаҡ

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы ылыҫлы йәш үҫентеләрҙе һаҡлау, байрамға шыршы әҙерләүҙе, ташыуҙы һәм һатыуҙы көйләү маҡсатында 18 ноябрҙән 31 декабргәсә “Шыршы-2019” оператив-иҫкәртеү операцияһын уҙғарҙы.

Сарала полиция, һалым хеҙмәте, район һәм ҡала прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт инспекторҙары, “Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала округының йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге” учреждениеһы, казак һәм “Йәшел Башҡортостан” йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Операция барышында 2223 рейд үткәрелә, шулай уҡ яңы йыл “ҡупшыҡай”ҙарын әҙерләү ойошторолған 157 урынды (225,4 гектар майҙанда) ҡабул итеү уҙғарылған. Иҫкәртеү һәм күҙәтеү маҡсатында булдырылған сара барышында йәш үҫентеләрҙе рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙың 13 осрағы асыҡланған, шул иҫәптән бер эш тәртип һаҡлау органдарына тапшырылған. Ошо эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә килтерелгән зыян күләме 21 мең һум самаһы тәшкил итә. Ылыҫлы үҫентеләрҙе һатыу урындарындағы ағастарҙың сығышын һәм һатыу законлылығын тикшереү буйынса 72 рейд ойошторола. Был сара барышында рөхсәт ителмәгән урында шыршы һатыу буйынса – 12, махсус документы булмайынса һатыуҙың биш осрағы асыҡлана.
Бынан тыш, операция барышында башҡа төр урман үҫентеләрен рөхсәтһеҙ ҡырҡыу буйынса 26 осраҡ фашлана, шул иҫәптән уларҙың 12-һе административ рәүештә ҡаралған, ә ҡалған 12 осраҡ буйынса эш Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына тапшырылған. Ағас ҡырҡыусыларҙың ғәйебе иҫбатланһа, уларға Рәсәй Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Әйткәндәй, законһыҙ рәүештә 348,985 кубометр ағас ҡырҡылған һәм урман фондына 2,8 миллион һум зыян килтерелгән.
Урман – Рәсәй халҡының төп байлығы. Нефть һәм газ булмағанда ла, нәҡ ошо "йәшел ҡалҡан" илебеҙҙе ашатҡан, кейендергән, йортло иткән, сатлама һыуыҡтарҙан ҡурсалаған. Бөгөн дә ул һауаны һәм һыуҙы, хайуандар донъяһын һаҡлап торған, шулай уҡ илдең сәнәғәт тармағын тәшкил иткән байлыҡ булып ҡала. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде. Урман хужалығына быға тиклем ундай иғтибар бирелмәне, бөгөн күрһәтелгән матди ярҙам йылдар дауамында һүҙҙә генә ҡалып килгән пландарҙы бойомға ашырыуға булышлыҡ итәсәк. “Шыршы” кеүек иҫкәртеү саралары иһә "йәшел ҡалҡан"ды талауға юл ҡуймау, урманды рациональ файҙаланыуҙы көйләй.
Фото Башҡортостан Урман хужалығы сайтынан.
Читайте нас: