Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ғинуар 2020, 15:15

Йүтәлдән - кәбеҫтә япрағы

Ҡышҡыһын һалҡын тейеп ауырымаған кеше һирәктер. Тамаҡ ҡарлығыу, айырыуса туктауһыҙ йүтәлләү йәнгә тейә. Ҡул аҫтында дарыуҙар булмаһа, ябай кәбеҫтә япрағы һәм бал ярҙамында дауаланырға мөмкин.

Кәбеҫтәнең япрағын алып, уны 1-2 минутҡа ҡайнап торған һыу эсенә һалып алабыҙ. Артабан өҫтөнә бал һылап, япраҡты күкрәк өҫтөнә ҡуйырға кәрәк. Йүтәл айырыуса көслө булғанда, кәбеҫтәнең ике япрағын файҙаланырға мөмкин. Уларҙың береһе – күкрәккә, икенсеһе арҡаға ҡуйыла. Өҫтөнә ҡыҫып тора торған майка йәки футболка кейелә. Был япраҡтар төн эсендә тәндән шыуып төшмәһен өсөн кәрәк.
Иртәнгә һеҙ кәбеҫтә япрағын күрмәйәсәкһегеҙ. Ул бал менән бергә төн эсендә тәнгә һеңеп бөтә. Ошо дауа сараһын ҡулланһағыҙ, йүтәлегеҙ ниндәй генә көслө булмаһын, 3-5 көн эсендә юҡҡа сығасаҡ! Иң мөһиме: уның организмға бер зыяны ла юк!
Йүтәлдән дауаланыу өсөн тағы бер рецепт: .500 грамм һуғанды таҙартып, ваҡ итеп турарға кәрәк. Шуға 400 грамм шәкәр ҡушып болғатабыҙ. Унан һуң әлеге ҡатнашманы 1 литр һыуға һалып 3 сәғәт буйына талғын утта ҡайнатабыҙ. Һуңынан плитанан алып, бүлмә температураһына ҡәҙәр һыуытабыҙ. Артабан ҡайнатмаға 50 грамм бал һалып иретәбеҙ.
Әлеге ҡайнатманы ашар алдынан эсергә кәрәк. Балаларға – 4-6 бал ҡалағы, өлкәндәргә 4-6 ҡалағы бирелә.
“Тулпар” журналынан.
Читайте нас: