Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ғинуар 2020, 12:50

Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө

Был көндөң инициаторы булып психология һәм медицина фәндәре студенттары тора.

Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө рәсми байрам түгел. Ул 1986 йылда Америкала барлыҡҡа килә. Инициаторы булып психология һәм медицина фәндәре студенттары тора. Тап ошо көндө улар төркөмдәштәрен, дуҫтарын ғына түгел, шулай уҡ таныш булмаған кешеләрҙе лә ҡосаҡлағандар. Оҙаҡламай был традиция популярлыҡ таба һәм бөтә донъяға тарала!
Ғалимдар раҫлауынса, көндәлек ҡосаҡлашыуҙар: 3-7 тапҡыр иммун системаһын һәм психиканы нығыта, 8-ҙән ашһа – кешегә үҙен бәхетле тойорға ярҙам итә. Ҡосаҡлашыу – үҙе бер дауа бит. Төшөнкөлөккә бирелеүҙән, стрестан һәм хәүефләнеүҙән дарыу йәки башҡа дауа ярҙамында ғына түгел, ә күңелде күтәрерлек, йылылыҡ өҫтәүсе башҡа ысулдар менән дә ҡотолорға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр. Ғалимдар медитацияны һауыҡтырыу көсөнә эйә, тип билдәләһә, күптән түгел тағы ла һөҙөмтәлерәк алым табыла, ул – ҡосаҡлашыу. Швеция тикшеренеүселәре, тәжрибә үткәреп, ихласлыҡ, йылылыҡ менән ҡосаҡлашыуҙың бына тигән дауалау көсөнә эйә булыуын асыҡлаған. Кеше бер-береһенә һыйынғанда, мейенең ҡәнәғәтлек тойғоһо алыу үҙәге әүҙемләшә икән. Шул саҡта мейеләге ауыртыныу йәки стресс хаҡындағы мәғлүмәт өсөн яуаплы башҡа системаларҙың эше һүлпәнәйә. Шуға күрә кеше тиҙерәк тыныслана, ауыртыныу-һыҙланыу үтә, тип аңлата белгестәр.
Читайте нас: