Медоед – икенсе төрлө “пеләш бурһыҡ” тип тә атала. Тик был исеме һирәк ҡулланыла. Рус телендә медоед тип кеннә йөрөтөлгән был йәнлек ер йөҙөндә иң батыр, ҡурҡыу белмәҫ йыртҡыс булып иҫәпләнә. Ул ҡурҡа белмәгәне өсөн Гинеестың рекордтар китабына индерелгән. Блы ашар ҡойроғо менән бер метр оҙонлоҡта булыуға ҡарамаҫтан, бер үҙе алты арыҫлан менән һуғыша, кобра йыланын тотоп ашай ала. Кобра саҡҡан осраҡта, ул бер нисә сәғәт йоҡоға тала ла, уянғас, йыланды ботарлауын дауам итә. Уның иммун системаһы йылан ағыуына бирешмәй. Сантиметрға яҡын ҡалынлыҡтағы тиреһен уҡ менән атып та, һөңгө ырғытып та тишеп булмай. Уға арыҫлан, лнопард һәм башҡа януарҙарҙың да теше үтмәй. Бал ашарҙың иһә теш ҡаҙнаһы шундай көслө, ул уның менән теләһә ниндәй һөйәкте лә өҙөп ырғыта ала.
Был йәнлек батыр булыуы өҫтөнә аҡыллы ла. Зоопаркта бал ашар тимер ҡапҡаның элгәсен асып сыға ала. Өҫтән тағы элгес ҡуйып, уныһын да тимер сыбыҡ менән бәйләп ҡарайҙар, әммә ул уны ла һүтеп, ҡасыу яғын ҡарай. Ә инде йоҙаҡлап ҡуйғас, ул тимер ҡойманың аҫтын ҡыҙып килеп сыға.
Артабан тәрән соҡор ҡаҙып, бетон ҡойма яһайҙар. Соҡоп сыға алмағас, ул ихаталағы ағасты ауҙарып, уны ҡоймаға һөйәп ҡуя һәм шуға менеп ҡаса. Ағасты алғас, шундағы таштарҙы йыйып ҡойма буйына өйә лә, шунан иреккә сыға. Ә инде таштарҙы ла алғас, ерҙе ҡаҙып, еүеш балсыҡты әүәләп таштар кеүек ҡатыра ла, шуларҙы өйөп ҡасыу юлын яһай. Шулай итеп, теләһә ниндәй юл менән маҡсатына ирешә. Ҡурҡыу белмәҫ, ҡалын тиреле, ныҡлы иммунитетлы һәм аҡыллы йәнлек булыуы өҫтөнә, ул һауаны һаҫытыу һәләтенә лә эйә. Ҙур йыртҡыстарға ҡаршы көрәшкәндә ул быны өҫтәмә көс булараҡ файҙалана.
Интернеттан алынған фото.