1. Шәкәр. Ул гөлдөң үҫеүенә булышлыҡ итә, көс бирә. Бының өсөн бер аш ҡалағы шәкәрҙе 0,5 литр һыуға һалып бутарға кәрәк. Шәкәрле һыуҙы айына бер тапҡырҙан да күберәк ҡулланырға кәңәш ителмәй. Шәкәр урынына дарыуханала һатылған глюкоза ҡулланһағыҙ, тағы ла һөҙөмтәлерәк булыр. Бер таблетканы бер литр һыуҙа иҙергә. 2. Ҡайнатылған ҡәһүә онтағы. Әгәр һеҙ тәбиғи ҡәһүәне ҡайнатып эсергә яратһағыҙ, ҡалдығын түгергә ашыҡмағыҙ, ул – гөлдәр өсөн бына тигән ашлама. Ҡәһүә онтағы тупраҡты йомшарта, еңелерәк итә. Йыш ҡына әлеге маҡсатта сәй шамаһын да ҡулланалар. Әммә уның файҙаһы менән бергә зыяны ла бар: сәй шамаһынан тупраҡта ваҡ себен барлыҡҡа килеүе ихтимал. 3. Мандарин, әфлисун, банан ҡабығы. Банканың өстән бер өлөшөнәсә ваҡланған ҡабыҡтарҙы һалып, тулғансы һыу ҡойорға. Бер тәүлек тотҡандан һуң, ҡабыҡтарҙы алып ташлап, банкаға таҙа һыу өҫтәргә. Цитрус ҡабыҡтар өҫтөнә – ҡайнар, ә бананға йылымыс һыу алырға кәңәш ителә. 4. Көл. Уның составы калий, фосфор, магний, кальций, тимер, цинк һәм көкөрткә бай. Бер аш ҡалағы көлдө бер литр һыуҙа төнәтеп һибергә йәки көлдөң үҙен самалап тупраҡ менән бутарға мөмкин. 5. Һуған ҡабығы. Ул микроэлементтарға бай. 50 грамм самаһы һуған ҡабығына 2 литр һыу ҡойоп, 10 минут самаһы ҡайнатырға. 3 сәғәт томалағандан һуң һөҙөп һыуытып, гөлдәргә ҡойорға. Был төнәтмәне япраҡтарға һиптереү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә. Фото: my.mail.ru https://bash.rbsmi.ru/