Дим буйҙары
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ғинуар 2020, 21:55

Блокадалағы халыҡ фронт өсөн 144 тонна ҡан тапшырған!

Быйыл Ленинград блокадаһы тамамланыуға 76 йыл тулды. Был 27 ғинуар Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. 1941 йылдың 8 сентябренән алып 900 көн дауамында Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар оло ҡаһарманлыҡ күрһәтә һәм сыҙамлыҡҡа һынау тота. Блокада осоронда 400 меңдән алып миллион ярымға тиклем кеше һәләк була.

Йылдар үткән һайын Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар тағы ла тәрәнәйгән кеүек. Фашизмдың төп ҡорбаны булған йәһүд халҡы ла Ленинград блокадаһын үҙ ҡайғыһы кеүек ҡабул итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында алты миллион йәһүд үлтерелә. Ошо көн айҡанлы теләктәшлек белдергән йәһүд халҡының тыуған иле Израилдең баш ҡалаһы Иерусалимда блокадалы Ленинградты һаҡлаусылар һәм халҡы иҫтәлегенә “Иҫтәлек шәме” монументы асыу тантанаһы үтте. Сарала Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Израилдең Премьер-министры Биньямин Нетаньяху ҡатнашты. Сакер паркында урынлашҡан һәйкәлдең нигеҙенә Пискаревск туғанлыҡ мемориаль зыяратынан тупраҡ менә капсула һалынды.

– 1944 йылдың 27 ғинуарында Икенсе донъя һуғышы тарихының иң фажиғәле һәм ҡаһарманлыҡ биттәре яҙыла – был көндә Ленинград блокадаһы тамамлана. Бер йылдан һуң 27 ғинуарҙа Ҡыҙыл Армия нацистарҙың үлем лагеры Освенцимды азат итә, шуға ла нәҡ ошо көн Халыҡ-ара холокост ҡорбандары көнө итеп иғлан ителә. Тарихта иҫ киткес батырлыҡ, үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү өлгөләренә, кешелектең оло фажиғәләренә миҫалдар күп, әммә Ленинград блокадаһын һәм холокосты бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Ленинградтар, төрлө милләт халҡы баш һалмай, туҡтауһыҙ завод цехтарында фронтҡа кәрәкле булған хәрби ҡорал етештерә. Бынан бер нисә көн элек документтарҙы ҡарағанда мине тетрәндергән мәғлүмәткә юлыҡтым – ошондай ауыр хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, блокадалағы халыҡ фронт өсөн 144 тонна ҡан тапшырған, – тине сығышында Владимир Путин.

Ленинград ҡалаһын ҡамауҙы өҙгән көндә йыл да Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында "Блокада икмәге" республика акцияһы уҙғарыла. Мәктәптәрҙә, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында тематик саралар ойошторола. Ленинград ҡамауы ҡорбандарын бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алалар. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙар, Ленинград блокадаһына арналған фильмдар ҡарау, шулай уҡ Ленинград ҡамауында ҡатнашыусылар менән видеоконференциялар үткәрелә. Хәрби Дан музейында ошо хәтер көнө айҡанлы “Баш бирмәгән Ленинград” кинолекторийы уҙа. Был сара сиктәрендә “Ленинград блокадаһы” лекцияһы уҡыла, Герой ҡалала йәшәгәндәрҙең иңенә төшкән ҡот осҡос һынауҙар, уларҙың рух ныҡлығы һәм йәшәргә ынтылышы хаҡындағы ысын ваҡиғаларға таянып төшөрөлгән “Үлемдең йөҙөнә ҡараныҡ” фильмы күрһәтелә.

#ВладимирПутин

Фото: riapo.ru

Читайте нас в