* Үҙеңдең йәшеңде онот; ҡылыҡтарыңа, холҡоңа, теләктәреңә, ғөмүмән, тормошоңа йәшеңә ҡарап баһа бирмә.
* Ауырыһаң, үҙеңде дауалауҙың иң яҡшы саралары – һүҙ, үләндәр, массаж, йылы һәм һыуыҡ.
* Тәбиғәткә яҡын бул. Ағас шауын, ҡоштар моңон ишет, йәшел үлән ҡыяғының матурлығын күр.
* Ярмаларға өҫтөнлөк бир, сәй эс, итте йәшелсәләргә “йәшереп” ашарға тырыш.
* Бөйөрҙәреңде – йылыла, башыңды һалҡында тот.
* Рәхәтләнеп көл. Насар хәлдәрҙе оноторға тырыш.
* Йомшаҡ булһаң, һин һаҡлаулы. Тыныс булһаң, һин йомшаҡ. Сәләмәт булһаң, һин тыныс.
* Кешеләрҙе ярат. Әгәр кемдәрҙелер ярата алмаһаң, уларҙы шәйләмәҫкә, күрмәҫкә тырыш.