Дим буйҙары
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ғинуар 2020, 19:59

Яҡшы йоҡоноң ете ҡағиҙәһе

Хәйерле төн, татлы төштәр һеҙгә! Йоҡоғоҙ яҡшы, сәләмәтлегегеҙ ныҡлы булһын! Бының өсөн түбәндәге ете ҡағиҙәне белеү ҙә етә.

Дөрөҫ туҡланығыҙ. Киске ашта составында мелатонин булған ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә тырышығыҙ. Мелатонин йоҡо “килтерә”. Ул айырыуса бананда, сәтләүектә күп. Бер стакан йылы һөткә бер бағалаҡ бал болғап эсеү ҙә файҙалы. Бер үк мәлдә йоҡларға ятырға һәм торорға тырышығыҙ. Йоҡо алдынан әкрен генә урамда йөрөп килеүҙе ғәҙәткә индерегеҙ, талғын күнекмәләр эшләгеҙ. Йоҡо бүлмәһе таҙа, тәртиптә булһын. Ятыр алдынан бүлмәгеҙҙе елләтеп алығыҙ. Йоҡо алдынан көн дауамында башҡарып өлгөрмәгән эштәрегеҙҙе, насар хәлдәрҙе барламағыҙ. Был кәйефегеҙҙе төшөрөп, йоҡоғоҙҙо осороуы ихтимал. Йоҡлар алдынан спиртлы эсемлек эсеү ҡәтғи рәүештә тыйыла. "Алкоголь йоҡларға ярҙам итә" тигән фекер – төптө хата. Артығын эсеп йоҡоға киткән кешенең бауыры, бөйөрҙәре ҙур көсөргәнештә эшләп, организмға зыян ғына килтерә. Йоҡоһоҙлоҡтан интекһәгеҙ, таблетка эсергә ашыҡмағыҙ. Ябай ғына тынысландырыусы үлән сәйе эсеп ҡарағыҙ. Йоҡларға әҙерләнеүҙе матур ғәҙәткә әйләндерегеҙ: бит-йөҙөгөҙҙө, аяғығыҙҙы йылымыс һыу менән йыуығыҙ, тештәрегеҙҙе таҙартығыҙ. Матур уйҙар, иртәгәгә яҡшы ниәттәр менән йоҡларға ятһағыҙ, көр кәйеф, яңы дәрт менән уянырһығыҙ. Фото: kakprosto.ru
Башҡортостан гәзите 0 17
Читайте нас в