Рәсәй Эске эштәр министрлығының миграция идараһы башлығы Валентина Казакова яңы төр Рәсәй паспортының үҙенсәлектәрен аңлатты.
Паспорт электрон карточка кеүек буласаҡ һәм унда граждандың фоторәсеме була, фамилияһы, исеме, атаһының исеме, тыуған ере, тыуған йылы яҙыла, чип урынлаштырыла. Был чипта иһә бармаҡ эҙҙәре, теркәлеү урыны, СНИЛС буйынса мәғлүмәт индерелә. Автомашинаға “права” ла ошо уҡ карточкала буласаҡ, тиҙәр. Яңы паспорт ала башлау хаҡында өҫтәмә рәүештә, хәбәр итәсәктәр, тип яҙа «Известия».