Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2020, 16:55

Бәләкәй генә шешә ҡапҡасы — ҙур эш

Бер йыл эсендe республикала йәшәүселәр ике тоннаға яҡын ҡапҡас йыйған, уның 1709 килограмы эшкәртелгән. Икенсел сеймал өсөн 12 мең һум тирәһе аҡса алыу мөмкин булған.

Йыйылған аҡса Өфөләге республика онкодиспансерының паллиатив бүлегенең пациенттары өсөн алты ходунки һатып алыуға тотоласаҡ. Улар медицина учреждениеһына 4 февралдә тапшырыласаҡ.
Уҙған йылдың апрель айында беҙҙең район халҡы «Таҙа Өфө» экологик ижтимағи ойошмаһының «Шешә ҡапҡастары ярҙамға ашыға» экологик-хәйриә проектына ҡушылды. Әлеге изге эштең инициаторы Уҫаҡ-Кисеү ауылында йәшeүсе Светлана Салауат ҡыҙы Фазуллина булды, ул акция тураһында сюжетты БСТ каналында «Сәләм» тапшырыуында күргән. Шул ваҡыттан алып ул бик кәрәкле hәм мөhим эш менән «ауырый», уның фекерҙәштәре лә артҡандан арта бара. Светлана тыуған ауылында шешә ҡапҡастары йыйыу пункты ойошторған, уның башланғысын Бишбүләк ауылының 1-се урта мәктәбендә hәм «Яҡты юлдан» редакцияһында хупланылар.
— Әлеге проектҡа ҡушылып, пластик ҡапҡастарҙы айырым йыйыусы, бфл эшкә битараф булмаған кешеләр ярҙамында Өфө ҡалаһының ҡабул итеү пунктына беҙҙең райондан 50 килограмға яҡын шешә ҡапҡасы оҙатылды инде. Әлеге проектта ҡатнашып, беҙ сүп-сарҙы айырым йыйыу культураһына өйрeтеп кенә ҡалмайбыҙ, ә онкология менән ауырыусыларға ла ярҙам итәбеҙ, — ти Светлана Салауат ҡыҙы. — Минераль һыу, һут, һөт, көнкүреш химия, косметика сараларының ҡапҡастары бәләкәй генә кеүек — ә ниндәй ҙур файҙа. Төрлө ҡапҡастар йыйырға hәм йыйыу пунктына алып килергә була, уларҙың таҙа hәм булыуы мөhим. Пластикты эшкәртеүгә тапшырыуҙан йыйылған аҡса республика онкодиспансерының паллиатив бyлексәһенә ярҙамға китәсәк.
— Әлеге акцияға теләктәшлек белдереп, ҡапҡас йыйыуға ҡушылған ауылдаштарыма, Уҫаҡ-Кисеү hәм Бишбyләк ауылының 1-се урта мәктәптәренең уҡыусыларына, район үҙәгендә йәшәүселәргә рәхмәт белдерәм, — тип дауам итә Светлана Фазуллина. — Yҙемдең элекке уҡыусым Айгөл Фәхрисламоваға айырым рәхмәт әйткем килә. Ул ғаиләһе менән Октябрьскийҙа йәшәй, ике бала әсәһе, әле декрет ялында. Айгөл был изге эштән ситтә ҡалманы — миңә ҡапҡастарҙы тоҡлап ебәрҙе. Әлбитә, өлгәшелгәндәрҙә генә туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ, киләсәктә лә әлеге икенсел сеймалды йыйасаҡбыҙ. Тиҙҙән яҙ, ҡар аҫтынан бик күп ҡапҡастар сығасаҡ. Улар сүп-сар булып, аяҡ аҫтында аунап ятмаһын, кәрәкле эшкә китһен ине. Артабан проект дауам итәсәк, һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ла ярҙам күрһәтеләсәк. Ә йыйылған сеймалды тейешле эшкәртеүҙән һуң, файҙалы пластик әйберҙәр: һыу һиптергестәр, тырмалар, көрәктәр h.б. яһаласаҡ
Ирина Фомина.
Автор фотоһы.
Читайте нас: