Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2020, 16:30

Барығыҙ ҙа саңғыға!

Бишбүләктә саңғы ярыштары уҙҙы, унда 145 кеше ҡатнашты

Уҙған шәмбелә, ҡар мул яуыуға ҡарамаҫтан, «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында кешеләр күп ине. Дәртле музыка уйнаны, елдә төрлө төҫтәге байраҡтар елберҙәне, спорт баннерҙары матурлап торҙо. Бында 14 урта дөйөм белем биреү мәктәбенең педагогик хеҙмәткәрҙәре араһында мәктәп уҡыусылары спартакиадаһы hәм «Сәламәтлек» спартакиадаһы сиктәрендә үткәрелә торған саңғы ярыштарына уҡыусылар, педагогик, техник персонал hәм балалар баҡсалары тәрбиәселәре йыйылды. Шулай уҡ унда райондың туғыҙ ауыл биләмәһенән саңғы ярышында ҡатнашыусылар, hәм, әлбиттә инде, Бишбүләк предприятиелары hәм ойошмаларынан тыш, һау-сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусылар ҙа ситтә ҡалманы. Сөнки алдан ойоштороусылар был район саңғы ярыштарының ағымдағы йылдың 8 февралендә бөтә ил буйынса старт аласаҡ «Рәсәй саңғы юлдары-2020» дөйөм саңғы ярыштарына генераль репетиция булыуы хаҡында иғлан ителгәйне.
Бына теҙелеүгә команда яңғырай. Барлыҡ йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин ҡотланы, еңеүҙәр теләне hәм hис шикһеҙ «Рәсәй саңғы юлдары»нда ҡатнашырға саҡырҙы. Ярыштарҙың баш судьяһы, район хакимиәтенең йәштәр менән эшләү, спорт hәм туризм комитеты рәйесе Александр Семенов саңғы ярыштарының тәртибен аңлатты, ә унан һуң ярыштарға старт бирҙе. 2007 йылда тыуған малайҙар hәм ҡыҙҙар араһында бер километр дистанцияны беренселәрҙән булып Баҙлыҡтан Владимир Васильев hәм Кесе Сиҙәктән Валерия Григорьева финишка үтте. 2006 йылда тыуған уҡыусылар араһында Михайловка ауылынан Руслан Миңлеғолов hәм Баҙлыҡтан Влада Захарова еңеүсе булды. 2005 йылда тыуған саңғысылар өсөн генә ойоштороусылар дистанцияны ике километрға тиклем арттырҙы. Бында иң яҡшы һөҙөмтәне Ҡушйылға ауылынан Марсель Персиянов менән Баҙлыҡтан Валерия Васильева күрһәтте.
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ойошма hәм ауыл биләмәләре вәкилдәре саңғы ярышында ике йәш категорияһында: 40 йәшкә тиклемге һәм ҡырыҡ йәштән өлкәнерәк, шулай уҡ бер километрлы дистанцияла көс һынашты. Илhам Ғәзизов (Ҡушйылға ауылы), Виталий Афанасьев (Баҙлыҡ ауылы), Марина Колпакова hәм Олеся Кудряшова (икеһе лә Бишбүләк 1-се урта мәктәбенән) еңеүсе булды. Мәктәпкәсә учреждениелар араһында Надежда Матвеева (Бишбүләк ауылы «Умка» балалар баҡсаһы), Татьяна Григорьева, Руслан Зиннәтуллин hәм Алексей Иванов (өсөһө лә Бишбyләк ауылы «Торнаҡай» балалар баҡсаһынан) иң яҡшыһы булды. Пьедесталда ауыл биләмәләренән Ирина Ғилманова (Айыт), Миңһылыу Видинеева, Дмитрий Степанов hәм Владимир Кириллов (барыһы ла Баҙлыҡтан) иң яҡшы саңғысыылар булды. Район үҙәге ойошмалары араһында финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып Надежда Миронова (Халыҡ мәшғүллеге үҙәге), Алена Новикова (район хакимиәте), Никита Волков (үҙәк район дауаханаһы) hәм Вадим Булатов (район хакимиәте) уҙҙы. Беренсе-өсөнсө урындарҙы алған призерҙарға миҙалдар hәм район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Барлыҡ теләүселәр физкультура-һауыҡтырыу комплексы буфетында ҡайнар сәй hәм эсеп, тамаҡ ялғап ала алды.
Владимир Смолов.
Автор фотолары.
Читайте нас: