Улар – алһыу төҫтәге марганцовка иретмәһе йәки фунгицидтарҙан: "Максим", "Фуфанон", биофунгицидтарҙан: "Фитоспорин-М". Орлоҡтарҙы марля йәки сепрәккә төрөп, 15 – 20 минут үрҙә атап кителгән иретмәләрҙә тотоу етә. Унан һуң һыуҙа йыуырға кәрәк. Ултыртыр алдынан уларҙы үҫеш стимуляторҙары "Эпин-экстра", "Энерген", иммуноцитофит иретмәләрендә тоторға була.
Ә халыҡ ысулдарынан: бал (200 мл һыуға бер сәй ҡалағы бал һалып, биш-алты сәғәт тоторға); алоэ һуты (алоэ япраҡтарын ике аҙнаға һыуытҡысҡа ҡуйып, унан һутын һығып, һыу менән 1:1 ҡушып, бер тәүлек тоторға); тағы көл иретмәһе (бер сәй ҡалағы көлдө 200 мл һыуға һалып, бер тәүлек төнәтеп, һөҙөп, биш-алты сәғәт тоторға), ҡар һыуы (ҡар йәки боҙҙо бүлмә температураһында иретеп, 20 сәғәт тоторға) ҡулланырға була.
Фото: sadovnikam.ru