Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Февраль 2020, 14:40

Ни өсөн ватыҡ һауыт-һабаны өйҙә тоторға ярамай?

Халыҡта, ватылған һәм cатнаған һауыт-һабаны өйҙә тоторға ярамай, улар бәхетһеҙлек килтерә, тигән ышаныу бар. Ләкин бының сәбәбен бик аҙ кеше генә белә.

Һауыт-һаба шылтырамай тормай, тиҙәр. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, һауыт-һаба сатнарға ла, ватылырға ла, кителергә лә мөмкин. Күп кеше, ундай һауыт-һаба ҡайғы килтерә, тип әйтә. Ниндәй ҡайғы килтерә икән ул? Әйҙәгеҙ, был турала Ислам китаптарыннан ҡарайыҡ әле.

Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең (с.г.в.) хәҙисе бар: “Аллаһтың илсеһе (с.г.в.) ватылған һауыттан эсеүҙе һәм эсемлеккә өрөүҙе тыйҙы”. Ислам ғалимдары бындай һауыт-һаба ҡулланыуҙы ҡәтғи тыймаған, ләкин кәрәкһеҙ эш тигән хөкөм сығарған. Улар Пәйгәмбәребеҙҙең (с.г.в.) әлеге тыйыуын һауыттың сатнаған, кителгән урындарына йыйылған зарарлы организмдарҙан һаҡланыу өсөн тип яҙып ҡалдырған. Имам әт-Тәхави “Шархумаани-асар” китабында был хаҡта иҫкә ала.

Кешеләрҙең иң яҡшыһы булған Пәйгамбәребеҙҙең (с.г.в.) был хаҡта киҫәтеүен белдек, инде хәҙерге заман ғалимдарының һүҙҙәренә, санитария талаптарына бағышланған хеҙмәттәренә күҙ һалайыҡ.

Беҙ ашханаларҙа сатнаған, ҡырыйҙары кителгән һауыт-һаба ҡулланыуҙың рөхсәт ителмәгәнлеген беләбеҙ. Теләһә ҡайһы ватыҡ, хатта һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә сатнаған-кителгән урыны булған һауытта ла микробтар, зарарлы бактериялар йыйыла икән.

Сатнаған һауыттарҙа йәшәүсе бактерияләрҙың береһе — протей таяҡсығы. Ул сереү бактерияларына инә. Аҙыҡ ҡалдыҡтары булған урында оҙаҡ һаҡлана һәм үрсей (һауыттың ватылған-сатнаған урындарында). Шуға күрә бары тик яҡшы, ватылмаған һауыт-һаба ғына ҡулланығыҙ.

kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас: