Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Февраль 2020, 14:10

Ҡайтыу (хикәйә)

Поезд тәҙрәһе экраны һүнгән телевизор кеүек вагон эсен генә сағылтып, һирәк-һаяҡ уның аша алыҫтағы уттар ғына йылтылдап ҡала. Илфир инде күп йылдар тыуған яғына ҡайтҡаны ла юҡ, баҡһаң, ауылдарына тиклем тимер юлы һалынған икән дә... Нисәмә йылдар...

Ниңә ҡайтманы, ниңә хат та яҙманы - үҙе лә аңлата алмай ине булһа кәрәк. Ағаһын күберәк яратҡан кеүек булғанға әсәһенә үпкәләүме, ҡасандыр ҙур өмөттәр бағланған килеш сит яҡтарҙа ла солтан була алмай, олтан хәлендә йөрөүенән ғәрләнеүме... Әллә һәммәһе лә һәүетемсә генә барған донъяһына сумып китеүеме. Хәйер, бер ни тип тә аңлап та, аҡлап та булмай уның был ҡылығын. Ағаһы уны юллап бер килеп тә сыҡҡайны. Ул ҡайтҡас яҙған хатҡа яуап ебәрҙе лә шуның менән хәбәрләшеү йәнә өҙөлдө. Ә яңыраҡ нишләптер әсәһен төшөндә күрҙе. Арты менән торған да, улы күпме генә ҡысҡырһа ла ишетмәй имеш. Болоҡһоп уянып китте лә, ашыҡ-бошоҡ әйберҙәрен юл сумкаһына тултыра башланы. Вокзалға шылтыратып, поездың нисәлә булырын, Өфөгә нисә көн барырға кәрәклеген белеште. 4 тәүлек үк булып китә икән дә... Ҡатынын аптыратып, шулай ҡапыл ғына сыҡты ла китте тыуған яғына. 4 тәүлек буйына уйламаған уйы ҡалманы, бала саҡтары күҙ алдынан үтте. Ете туғанынан хәҙер бишәүһе генә тере, улары ла төрлө яҡта. Үҙ-ара йөрөшәләр, хатлашалар, күрешеп тораларҙыр, ағаһы шулайыраҡ тип һөйләгәйне. Илфир бәләкәстән үҙе бер башҡараҡ, йомоҡай булып, улар менән уйнап та барманы, яңғыҙ йөрөргә яратты. Һеркәһе һыу күтәрмәй тип туғандары ирештерә лә ине. Башҡортостан сиген үткәс, туған телдә һөйләшеүҙе ишетеп, күңеле тулып китте хатта. Эргәһенә ултырған егеттән Өфөнән үҙ ауылына тиклем нисек барырға икәнен һорашты. Ул белмәй икән, әммә ҡаршы плацкартта рәхәтләнеп сәй эсеп килгән ҡатын шунда уҡ һөйләшергә яй сыҡҡанына һөйөнөп, әңгәмәгә ҡушылып та китте. Өфөгә еткәс, электричкаға ғына ултырып барып етәһе икән бит ауылына. Бына һиңә мә! Элек бит илле алла, алтмыш мулла менән ике көн тигәндә саҡ ҡайтып етелә ине ләһә башҡала яғынан. **Станцияға килеп төшкәс, Илфир бер аҙ танымай албырғап торҙо. Поезд ҡаршыларға килгән шарылдаҡ ҡыҙҙар-егеттәр ҙә уның йәшлеге заманындағы кеүек түгел, урыҫса ғына һалдыралар, әсе-сөсө һүҙҙәр ҙә ҡыҫтыралар. Эсеп тә алғандар буғай. Шулай ҙа иплерәк күренгән береһенә һүҙ ҡушты: - Сәмәриә әбейҙең өйө ҡайһы яҡта әле ул? Егет уға аптырабыраҡ ҡарап алды ла: - Бына ошо юлдан атлаһағыҙ, иң осонда тап уның йортона барып сығаһығыҙ, - тип яуапланы. Илфир ҡараңғы урам буйлап атлағанда әсәһен күҙ алдына килтерергә тырышты. Ныҡ ҡартайғандыр инде. Ҡапыл арҡаһы семерҙәп китте: ә бәлки донъяла ла юҡ булып ҡуйһа?! Шунан үҙен тынысландырырға тотондо, ул-был булһа ағаһы барыбер хәбәр итер ине, адресын белә бит. Үҙ йорттарын көскә таныны ир. Ергә һеңеп киткән, бөтөнләй ҡош ояһындай ғына йорт икән дә... Нисек 7 бала ошонда һыйып йәшәнеләр икән? Ҡапҡа бикле булып сыҡты. Ул ҡойма аша һикереп төштө лә ишек шаҡыны. Эстә оҙаҡ ҡына асмай торҙолар. Йәш ҡатын тауышы ишетелде: - Кем унда? - Асығыҙ, мин Илфир булам. - Мин бер ниндәй ҙә Илфирҙе белмәйем. - Әбейҙең алыҫтағы улы. Ишек асылып китте. Йоҡоһонан айнып етә алмаған ҡыҙ артынан Илфир бәләкәс кенә булып бөршәйгән, сырыш йөҙлө әбейҙе күрҙе. Күҙҙәре генә элеккесә нисектер яғымлы ҡарашлы, йөҙө лә асыҡ. Илфир әсәһенең асыулы сағын хәтерләмәй ҙә, әле лә шулай ҡалғандыр. Әбей уға аптырап ҡарап торҙо ла ҡапыл ҡосағын йөйөп уға атылды: - Атай, атаҡайым, һин бит! Һуғыш бөттөмө? Илфир көтөлмәгән хәлдән тертләп китте, күҙен ҡыҙға күсерҙе. Тегеһе бармағын ирененә тейҙереп өндәшмәҫкә тигән ишара яһаны. - Эйе, бөттө... әсәй! Әбей ҡапыл сабыйҙарса бер ҡатлы көлә-көлә бейергә төшөп китте: - Һуғыш бөткән, һуғыш бөткән, атайым ҡайтты. Шунан ҡыҙға: - Ниңә тик тораһың, сәй ҡуй, ашты йылыт, - тип әмер бирҙе. Был ауыр күренештән ҡунаҡ ни эшләргә лә белмәне. Әсәһе биргән һорауҙарға ябай ғына итеп яуап бирҙе, шик уятмаҫҡа тырышты. Бүләктәрен сығарып биргәндә әсәһе йәнә тыпырҙап бейеп алды. Ҡыҙ ҡайҙа ым-ишара, ҡайҙа ситләтеп ҡарсыҡтың хәҙер ике йыллап шулай яңылышыуын, бер балаһын да танымауын аңлатты. Илфирҙең ағаһы ауылға килеп, уның әсәһен ҡарап тороуын һораған икән. Ауылда эш тә юҡ, ҡыҙға яҡшы ғына түләргә вәғәҙә иткәс, ҡарарға риза булған. Илфиргә төпкө бүлмәлә урын һалдылар. Стеналағы һалдат кейемле фотоға иғтибар итте - ул һуғышта ятып ҡалған олатаһының фронттан ебәргән берҙән-бер рәсеме ине. Шуны ҙурайттырып элеп ҡуйғандар икән.Ҡарасы, ул ысынлап та олатаһына һуйған да ҡаплаған икән бит. Бына ҡайтты инде. Ә әсәһе уны танымай ҙа... Ҡапыл уның ҡыҙылса менән ауырып үлемдән саҡ ҡалған сағы хәтеренә төштө. Нисә иҫенә килһә лә әсәһе уның янында ҡулын тотоп ултыра ине. Шунда уҡ ауыҙына һыу һала, ниндәйҙер әсе нәмә эсерә. Хәле бөтөнләй ҙә хөртәйгәс, әсәһенең уны күтәреп алып ҡосағына ҡыҫыуы, әй Раббым, баламдың йәнен түгел, минекен ал тип ялбарыуы күҙ алдынан үтте. Әсәһе бит уны яратҡан, гел игелек эшләгән, ә ул шуны күрә лә белмәгән. Ауыр уйҙарынан ул таңға ғына йоҡлап китте. Ул уянғанда әсәһе түрбашта ҡоймаҡ ҡойоп йөрөй ине. Илфирҙе аптыратып, ул: - Тор, улым, ҡоймаҡ бешерҙем һиңә, - тине һәм ҡояштай йылмайып ебәрҙе. - Хәтерләйһеңме, Хрущев заманында он бөткәс, мин ҡаланан алып ҡайтып һеҙ тороуға ҡоймаҡ бешерҙем дә, шулайтып уяттым. Ә һин: "Әсәй, һин көн һайын беҙҙе шулайтып уят", - тип күҙемә мөлдөрәп ҡарағайның. Шунда һеҙгә күрһәтмәй генә әй иланым. Улының күңеле тулып китте, ул бындай үҙгәрешкә ни тиергә лә белмәне. Әсәһен һаҡ ҡына ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөп алды. Сәй эсергә лә ултырмаҫтан, ҡыҙҙан номерын һорап , район үҙәгендә йәшәгән ағаһына шылтыратып ебәрҙе. Тегеһе 2 сәғәттән үҙ машинаһында зыйлатып килеп тә төштө. - Аһ-аһ, Зәлфирем дә ҡайтып төштө лә, - тип әбей уны ла аптырашҡа ҡалдырҙы. Өлкән улын да ошоғаса әллә кемдәр менән бутап торған икән. Бергәләп гөр килешеп сәй эстеләр, унан Илфир менән Зәлфир ауыл буйлап йөрөп килергә булып китте: әсәләре лә бер аҙ ятып ял итеп алыр. Күрше ҡыҙ ҡарсыҡҡа урын һалып биргәс, ҡул эшен алып телевизор ҡабыҙҙы ла, уларға йоҡланы тигән ишара яһаны. Илфир ауыл урамында күренгән бер кемде лә таныманы. Йәштәрҙең күбеһе ҡалала, ололар ныҡ ҡартайған. Зәлфир ағаһы ғына әле бер, әле икенсе ҡарт янына барып ҡул биреп күрешә лә, хәл-әхүәл һорашҡас, алға атлауын белә. Ауыл да ҡартайған... Ағаһы унан ниҙер һорарға уҡталып ҡуя ла һорамай. Ярай, берәй асылып һөйләр әле барыһын-барыһын да түкмәй-сәсмәй. Ағай, мин йүнһеҙ, моңһоҙ, мәнһеҙ, тиер. Мин һине бик яратам ул, тиер. Улар яй ғына атлап өйгә ҡайтып инде. Теге ҡыҙ ҡул эшен алдына һалып, кәнәфиҙә ултырған көйө йоҡлап киткән. Әсәләре лә йоҡлай. Илфир һаҡ ҡына уға яҡын килеп, маңлайынан үбеп алырға теләне һәм ҡулына ҡағылды. Әсәнең ҡулдары һып-һыуыҡ ине инде...
Читайте нас: