Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль 2020, 10:15

Күҙгә ниндәй витаминдар кәрәк?

Күҙҙең селтәрле шекәрәһе нерв күҙәнәктәре А витаминынан тыш тейешенсә эшләй алмай.

Был витаминдың етмәүе шулай уҡ тауыҡ күҙ (куриная слепота) ауырыуына килтерә, өҫтәүенә күҙҙең мөгөҙсәләре зыян күрә. Дауа - цитруслыларҙа.
С витамины – көслө антиоксидант. Уға йәшелсәләр, еләк-емеш бай. Араларында ҡыҙыл һәм ҡара миләш айырым урын алып тора. Күҙҙәр өсөн составында С витамины булған ҡарабойҙай, әстрхан сәтләүеге, ҡара ҡарағат, йәшел сәй бик файҙалы.
Е витаминын ҡулланғандарҙа катаракта һирәк күҙәтелә. Глаукомаға операция яһатҡандан һуң, Е витамины арҡаһында яралар тиҙ төҙәлә. Ул үҫемлек майҙарында күп.
Рутин күҙ, ҡан тамырҙары тышлыҡтарын нығыта. Ул ҡан һауыуға ҡаршы тора, ҡан әйләнешен яҡшырта. 1940 йылда уҡ рутиндың күҙ баҫымын кәметеүе тураһында белгәндәр. Ул ҡыҙыл һәм ҡара миләштә күп. Был витаминды күҙгә операция яһатыр алдынан ашау ҙа яҡшы.
Цинк һәм селен ҡабаҡ орлоғонда күп. Улар организмға етешмәгән осраҡта, күҙҙең селтәрле шекәрәһе дистрофияһы башлана. Был бигерәк тә өлкән кешеләрҙә күп күҙәтелә.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: